Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
25 Сентябрь 2018, 13:12

Иген иккән – илде туҡ иткән

Ялан-ҡырҙарҙа урып-йыйыу эштәре тамам­ланыуға табан бара.

Ялан-ҡырҙарҙа урып-йыйыу эштәре тамам­ланыуға табан бара.
Ришат Ғәл­лә­мов крәҫ­тиән (фер­мер) хужалығы һәм “Простор” ауыл ху­жа­лығы предприятиеһы эшсән­дәре үҙҙәрендә урып йыйыу эштәрен тамамлап, күрше “Алег Хәми­ҙуллин” КФХ-һына ярҙамға килде.
Ошо көндәрҙә “Алег Хәми­ҙуллин” хужалы­ғында тырышып эшләүсе ком­байнсылар Минйән Ғәлләмов (һүрәттә) 312 га ерҙән 440 тонна, Фәнис Сафин 155 га ерҙән 251, 5 тонна иген культураларын иккән. Игенселәргә һуңғы 150 гектар майҙанда иген культураларын урып йыяһы бар әле.
Читайте нас: