Миәшәгәр ауылында “Простор” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә район хужалыҡтарының һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында ярыш үтте.
Конкурста “Простор” хужалығынан һәм “Таймый” агрофирмаһынан 6 һауынсы һәм 6 осеменатор ҡатнашты. Уларҙы ауыл хужалығы идаралығы начальнигы урынбаҫары Артур Ғәзимов һәм “Простор” хужалығы директоры Ралиф Хөснөтдинов сәләмләп, уңыштар теләне.
Конкурс дүрт этапта уҙғарылды. Тәүҙә ауыл эшсәндәренең теория буйынса белемдәре тикшерелде. Артабан ҡатын-ҡыҙҙар һауын аппаратын ваҡытҡа һүтеп-йыйҙы. Һуңынан һауынсыларҙың практик белемдәрен һынанылар, улар санитар талаптарҙы үтәп, һыйырҙы һауымға әҙерләне. Конкурстың был этабында һауынсының белеме генә түгел, ә һөттөң сифаты, таҙалығы ла баһаланды. Яһалма аталандырыу буйынса белгестәр ҙә ғәмәли һәм теоретик белеме буйынса һынау тотто. Шулай уҡ улар лабораторияла оҫталығын күрһәтте, малдарҙы аталандырыуға әҙерләне.
Бәйге һөҙөмтәләре буйынса һыйырҙы машина менән һауыу операторҙары араһында Ирина Ғималова (“Таймый” агрофирмаһы), ә осеменаторҙар араһында Булат Ғибаҙуллин (Миәшәгәр ветеринар участкаһы) еңеү яуланы. Ирина Мырҙакамалова (“Таймый” агрофирмаһы), Светлана Хыялова, Лариса Кирдоль (икеһе лә “Простор” хужалығынан), Павлена Әхмәтова (Арҡауыл ветеринар участкаһы) һәм Лариса Борханова (Мөрсәлим ветеринар участкаһы) призлы урындарға лайыҡ булды.Конкурсанттарға аҡсалата бүләк һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
Еңеүселәр 22 июндә Благовар районында үтәсәк республика конкурсында Салауат районының данын яҡлаясаҡ.