Райондың күпселек хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәрен тамамланы. Шул иҫәптән Йыланыш ауылының Артем Федоров крәҫтиән-фермер хужалығы ла сәсеү кампанияһын теүәлләне.
Йәш фермер йәмғеһе 540 гектар ерҙе эшкәртә. Шуның 460 гектарына бойҙай, һоло, арпа иген культуралары һәм борсаҡ сәселгән. Яҙғы баҫыу эштәрендә “МТЗ – 1220” тракторында Андрей Сташевич, сәсеүселәр Андрей Бобин, Игорь Ахматов, “ГАЗ – 66” машинаһында водитель Андрей Теплых, катуклауҙа “МТЗ– 82” тракторында Василий Рухтин ҡатнашҡан. Культивациялауҙы “К – 700” тракторында Николай Пономарев башҡарған. Эшселәргә көнөнә ике тапҡыр туҡланыу ойошторолған.
Артем Федоровтың 70 гектарҙа ужым арышы ҡышлаған. Быйыл ул 80 гектар майҙанды парға эшкәртәсәк. Игенгә хаҡ төшөүенә, яғыулыҡ ҡиммәтләнеүенә ҡарамаҫтан, Йыланыш ауылының фермеры булған ерен ҡәҙерләп тота, аяуһыҙ баҙар иҡтисады шарттарында тотороҡло эшләргә тырыша.