Хужалыҡ етәксеһе Ралиф Хөснөтдиновтың һөйләүенсә, 200 гектарға – бойҙай, 100 га – һоло һәм 15 гектар майҙанға борсаҡ сәселгән. 100 гектарҙа былтыр көҙҙән сәселгән ужым арышы үҫә. Киләһе йылға ла шунса ер майҙаны парға эшкәртергә ҡалдырылған. Яҙғы баҫыу эштәрендә дым ҡаплауҙы һәм тупраҡты культивациялауҙы “ДТ – 75” тракторында Алик Куканов, иген һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы сәсеүҙе “Т–150” тракторында Сәлим Нуриев менән “МТЗ-826”-ла Әбүзәр Исмәғилев башҡарған. Сәскестә Фәнис Мөхәмәтйәнов эшләһә, Дыуан күп профилле колледжының Малаяҙ филиалы студент-практиканттары Флүр Шакиров, Павел Сапогов, Айнур Мөхәмәтов уға ярҙам иткән. Баҫыуҙы “ЮМЗ-6” тракторында Дамир Мөхәмәтйәров катуклаһа, орлоҡто эшкәртеү һәм тейәү менән Илгиз Әхмәтйәнов һәм Володя Питунин шөғөлләнгән. “ЗиЛ” автомобилендә Мәғәфүр Мөхәмәҙиев уны яланға илтеп торған. Ольга Ғибаҙуллина баҫыу эшсәндәрен көнөнә ике тапҡыр йылы аш менән тәьмин иткән.