Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Май 2018, 14:54

Яңы уңышҡа нигеҙ һалынды

Әлкә ауылының “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы сәсеү эштәрен тамамланы

Апрель, май баш-тарында көндәр һыуыҡ торғандан һуң, ниһайәт йылытыуға китте. Быға айырыуса ауыл хужа-лығы эшсәндәре шат – улар дәррәү яҙғы баҫыу эштәренә тотондо.
Быйыл яҙ һуң килеүгә ҡарамаҫтан, хужалыҡтар сәсеүҙе тотҡарлыҡһыҙ тамамларға ниәтләй. “Юлай” крәҫтиән-фермер хужалығы эшсәндәре өсөн дә яҙғы сәсеү эштең иң ҡыҙыу осоро булды. Рәсәйҙең атҡаҙанған фермеры, Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, хужалыҡ башлығы Дим Дәүләтшиндың әйтеүенсә, ерҙе эшкәртеп, сәсеүгә әҙерләгәндән һуң, 119 гектарға бойҙай, 100 гектар һоло һәм 50 гектар майҙанға арыш сәселде. Ураз Дәүләтшин “Урал” автомобилендә орлоҡ килтереп торһа, Ринат Сабиров “МТЗ-82” тракторы менән яңы уңышҡа нигеҙ һалды. Сәсеүселәр Ғарифьян Кәримов һәм Илнур Хәйбуллин эштәрен тырышып башҡарҙы.
Йомғаҡлап әйткәндә, хужалыҡтың эштәре йылдам барҙы. Улар сәсеү эштәрен ҡыҫҡа мөҙҙәттә бөттө.Тимәк, тырыш хеҙмәттең һөҙөмтәһе лә буласаҡ.
Читайте нас: