Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Май 2018, 17:12

Хужалыҡтар сәсеүгә әҙерме?

Сәсеү мәле етте. Район хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә төшә. Әммә, бөгөн баҙарҙа иген, һөткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе, ә яғыулыҡ ки­реһенсә ҡим­мәтләнеүе сә­бәпле, агра­рий­ҙар был мөһим кам­панияны атҡа­рып сыға алыр­мы? Ауыл хужа­лығы тауары етештереүҙең үҙҡиммәтен аҡлау өсөн нин­дәй техно­логия­ларға өҫтөнлөк бирергә?

Сәсеү мәле етте. Район хужалыҡтары яҙғы баҫыу эштәренә төшә. Әммә, бөгөн баҙарҙа иген, һөткә хаҡтарҙың түбәнәйеүе, ә яғыулыҡ ки­реһенсә ҡим­мәтләнеүе сә­бәпле, агра­рий­ҙар был мөһим кам­панияны атҡа­рып сыға алыр­мы? Ауыл хужа­лығы тауары етештереүҙең үҙҡиммәтен аҡлау өсөн нин­дәй техно­логия­ларға өҫтөнлөк бирергә? Район етәкселеге, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, агросәнәғәт предприятиеһы вәкилдәре һәм фермерҙар ошолар хаҡында фекер алышырға кәңәшмәгә йыйылды.

– Яҙғы сәсеү осоро бер ваҡытта ла еңел булғаны юҡ, – тине район хакимиәте башлығы Марс Кашапов Шәрип ауылында үткән агрономик конференцияла. – Иң мөһиме, техникағыҙ әҙер, эшләргә кешеләрегеҙ булһын. Үҙ-ара берләшеп, үҙ көсөгөҙ менән яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарырға кәрәк. Хакимиәт һәм ауыл хужалығы идаралығы тарафынан субсидия, отошло кредит юллауҙа ярҙам буласаҡ. Хәүефһеҙлек тәьмин итеү, эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләүҙе лә күҙ уңында тотоғоҙ.

Район хакимиәте башлығы урынбаҫары, идаралыҡ начальнигы Рәмил Хамматов сәсеү майҙандары структураһы менән таныштырҙы. Яҙғы сәсеүҙе 7180 гектарҙа башҡарыу күҙаллана. Уларҙың иң күбе бойҙай, арпа, һоло культураларына бүленә. 3500 гектарҙа көҙҙән ужым культуралары сәселгән булһа, уның 68 проценты һаҡланған. Дөйөм иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларҙың майҙаны 10 680 гектар тәшкил итә. Яҙғы сәсеүгә 1800 тонна орлоҡ талап ителә. Һәр хужалыҡта ла улар кондицияға еткерелгән. Район аграрийҙары элиталы сортлы орлоҡ алырға ашыҡмай. Шулай уҡ хужалыҡтар минераль ашламалар менән тәьмин ителмәгән. Яғыулыҡ-майлау материалдарына ла аҡса кәрәк. Кәңәшмә барышында мал аҙығы культуралары сифатына ла иғтибар итергә кәрәклеге билдәләнде. Сөнки күп етештерелә, уңыш юҡ, һөҙөмтә лә түбән. Ҡуҙаҡлы һәм май биреүсе культура майҙандарын арттырыу отошло буласаҡ был йәһәттән.

Агроконференцияла техниканың яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлеге, ерҙәрҙе рәсмиләштереү, ауыл хужалығында бухгалтер иҫәбен алып барыу, малдарҙың сәсеүлектәрҙе тапауына юл ҡуймау һ.б. мәсьәләләр тикшерелде. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар урындағы шәхси эшҡыуар Алег Хәмиҙуллиндың фермер хужалығы тракторҙар паркын, сәсеү агрегаттарын һәм иген келәттәрендәге орлоҡ запасын да ҡараны.
Читайте нас: