Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең территориаль органы 2016 йылда үткән Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың яҡынса һөҙөмтәләрен сығарҙы. Мәғлүмәттәр 2006 йылда үткән иҫәп алыу йомғаҡтары менән сағыштырылды. Ун йыл эсендә тармаҡ ниндәй үҙгәрештәр кисергән, һөрөнтө ерҙәр майҙаны, мал һаны ниндәй кимәлдә һаҡланған? Ошолар хаҡында райондың дәүләт статистика подразделениеһы баш белгес-эксперты Мәрйәм ҒӘНИЕВА бәйән итте.
Шәхси хужалыҡтар күбәйһә лә, ташландыҡ йорттар артҡан
2016 йылдың 1 июленә беҙҙең районда 14 кесе ауыл хужалығы предприятиеһы булған, уларҙа бөтәһе 87 эшсе иҫәпләнгән. 129 крәҫтиән-фермер хужалығында 390 кеше ауыл хужалығы тауары етештергән. Ошо датаға ҡарата граждандарҙың 10053 шәхси ярҙамсы хужалығы тәшкил иткән, 2006 йылдағы иҫәп алыуҙан ул 129 хужалыҡҡа күберәк.
Әммә районда буш торған йорттарҙың артыуы күҙәтелә. 2006 йылдың 1 июлендә шәхси хужалыҡтарҙың ташландыҡ ер участкалары (буш өйҙәре) 520 берәмек булһа, 2016 йылда был һан 1639-ға(!) еткән.
бесәнлеккә күберәк бүленгән
Ун йыл эсендә ауыл хужалығы ерҙәре лә үҙгәреш кисерҙе. Ауыл хужалығы ойошмаларының һөрөнтө ерҙәре 16687 гектарҙан (2006 йыл) 13859 га-ға (2016 йыл) кәмегән. Ә бына КФХ һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың һөрөнтө майҙандары киреһенсә 2484-тән 9359 гектарға артҡан.
Халыҡта булған ауыл хужалығы ерҙәренән һөрөнтө майҙан 1114, 5 гектар йәки 5,5 процент тәшкил итә. Күберәген (дөйөм майҙандың 59,5 процентын) халыҡ бесәнлек итеп тота, 19,3 процентын көтөүлектәр биләй. Ерҙәрҙең 2,4 проценты төҙөлөш өсөн бүленгән. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ ерҙәренең файҙаланылмаған өлөшө 15,2 процент тәшкил итә.
Иҫәп алыу осорона районда һыйыр малдары 12042 баш булған: ауыл хужалығы ойошмаларында – 1676 (2006 йылда – 2511 баш), КФХ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ хужалыҡтарында 1704 (247), халыҡта – 8662 (ун йыл элек 15629 баш аҫырағандар). 2006 йыл менән сағыштырғанда, малдар һаны 6345 башҡа кәмегән. Һауын һыйырҙарын иҫәпләгәндә, ошондай мәғлүмәт килеп сыға: дөйөм район буйынса – 4200 баш, шул иҫәптән ауыл хужалығы ойошмаларында – 620 (2006 й. – 849), КФХ һәм эшҡыуарлыҡта – 689 (119), халыҡта – 2891 (5577 баш). Алдағы перепись менән сағыштырып ҡарағанда, һәүкәштәр 2345 башҡа әҙәйгән.
Сусҡалар 1670-тән 666 башҡа ҡалған. Һарыҡ-кәзә 13846 баш иҫәпләнә, уның 89,9 проценты – халыҡтыҡы (3903 башҡа кәмегән). Ҡош-ҡорт 61923 баш булһа, уның 97,5 процентын халыҡ аҫыраған (2006 йылда йорт ҡоштары 76799 баш тәшкил иткән). Аттар, 530 башҡа кәмеп, 2251 ҡалған: ауыл хужалығы ойошмаларында – 434, КФХ һәм шәхси эшҡыуарҙарҙа – 806 һәм халыҡта – 1011 баш. Бал ҡорттары 2006 йылда 3480 умарта күсе булһа, 2016 йылға был һан 3130-ға төшкән.
Ә бына районда ауыл хужалығы техникаһы менән тәьмин ителештә алға китеш бар. 2006 йыл менән сағыштырғанда, хәҙер тракторҙар 1005 берәмеккә еткән. Шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙа улар 873 берәмек тәшкил итә (356 берәмеккә артҡан). Крәҫтиән-фермер һәм шәхси эшҡыуарлыҡ хужалыҡтарында – 89 (26 берәмеккә күбәйгән). Шул уҡ ваҡытта ауыл хужалығы предприятиеларында тракторҙар кәмегән: 2006 й. – 164; 2016 й. – 43 берәмек. Бының менән бергә аграрийҙарҙың тракторҙар паркы яңырыуы күҙәтелә. Уларҙа 2006 йылда 97-99 процент иҫке техника булһа, 2016 йылға 60 – 77 проценты 9 йыл һәм унан күберәк файҙаланылған трактор менән эшләйҙәр.
Иген урғыс комбайндар 67-нән 23 берәмеккә кәмегән: ауыл хужалығы ойошмаларында 2006 йылда 50 булһа, хәҙер – 13 берәмек, КФХ-ларҙа 17-нән 10-ға ҡалған. Йөк һәм йөк-пассажирҙар автомобилдәре 73 берәмеккә артҡан. 2016 йылға улар 489 берәмек (90,8 проценты халыҡ өлөшөнә тура килә) тәшкил иткән.