Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Апрель 2018, 12:47

“Сеймал етештереүҙән... эшкәртеүгә күсергә ваҡыт”

Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов аграрийҙарға әҙер продукция етештерә башлау бурысын ҡуйҙы – Бөгөн беҙгә ҡулланыусыға әҙер төрҙәге продукция етештереүгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Былтыр республика халҡы аҙыҡ-түлек һатып алыуға 417 млрд. һум аҡса сарыф иткән. Шуның яртыһынан әҙерәге тауарҙы беҙҙең урындағы эреле-ваҡлы предприятиелар етештергән. Тимәк, яҡынса 250 млрд. һум аҡса ситкә, башҡа төбәктәрҙән индерелгән аҙыҡ-түлек тауарҙарына киткән. Уларҙы урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына алмаштырыу өсөн беҙ үҙебеҙҙә эшкәртеүҙе ойошторорға тейешбеҙ.

Беҙҙең районда яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыуға арналған төньяҡ-көнсығыш төбәге агрономик конференцияһы үтте. Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – республика ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрах­манов алып барһа, уның эшендә күрше райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, министрлыҡ етәкселеге, белгестәр һ.б. вәкилдәр ҡатнашты. Ҡунаҡтар тәүҙә район мәҙәниәт йорто фойеһындағы ауыл биләмәләре, “Янғантау” шифаханаһының бай күргәҙмәһе менән танышты.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары, агроконференцияны асып, быйыл республика аграрийҙары алдында яңыса йүнәлешкә күсеү кеүек ҡатмарлы бурыс тороуын белдерҙе.
– Бөгөн беҙгә ҡулланыусыға әҙер төрҙәге продукция етештереүгә иғтибарҙы йүнәлтергә кәрәк, – тине Илшат Фәзрахманов. – Былтыр республика халҡы аҙыҡ-түлек һатып алыуға 417 млрд. һум аҡса сарыф иткән. Шуның яртыһынан әҙерәге тауарҙы беҙҙең урындағы эреле-ваҡлы предприятиелар етештергән. Тимәк, яҡынса 250 млрд. һум аҡса ситкә, башҡа төбәктәрҙән индерелгән аҙыҡ-түлек тауарҙарына киткән. Уларҙы урындағы етештереүселәрҙең продукцияһына алмаштырыу өсөн беҙ үҙебеҙҙә эшкәртеүҙе ойошторорға тейешбеҙ. Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарына ҡорамалдар һатып алыу суммаһының 50 проценты субсидиялана.
Аграр ведомство башлығы әйтеүенсә, кәрәкле ҡорамалдарға 3 млн. һумлыҡ дәүләт ярҙамын ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына берләшеп алырға мөмкин. Шулай уҡ кооперация программаһы буйынса федераль һәм республика ҡаҙналарынан 100 млн. һумға тиклем грант юлларға була. Министрлыҡ киләсәктә ошо юҫыҡта эш алып барасаҡ. Сөнки бөгөн һөт, ит кеүек сей сеймал етештереп кенә, алға китеш булмаясаҡ. Хужалыҡтар, фермерҙарҙың баҙарҙа, сауҙа нөктәләрендә ярымфабрикаттар, эшкәртелгән аҙыҡ-түлекте тәҡдим итеүе – заман талабы, бигерәк тә хәҙерге ҡаты конкуренция шарттарында.
Зональ агрономик конференцияла алда торған яҙғы баҫыу эштәрен уңышлы атҡарып сығарыуға төп иғтибар бирелде. Быйыл яҙҙың һуңлауы ла ауыл хужалығына ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Шуға ҡарамаҫтан, райондарға сәсеүҙе ҡыҫҡа мөҙҙәттә үтәү бурысы ҡуйылды. Район хакимиәте башлығы Марс Кашапов һөйләүенсә, был мөһим кампанияға етди әҙерлек бара, штаб төҙөлгән, сәсеү майҙандарының структураһы раҫланған. 7 мең гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы сәсеү эштәрен башҡарыу ҡаралған. Иген һәм иген-ҡуҙаҡлы культураларҙан 1800 тонна орлоҡ һалынған, етәрлек күләмдә – 90 тонна дизель яғыулығы алынған. Былтыр 3500 гектар (2016 йылдан 1200 га-ға күберәк) майҙанға ужым куль­туралары сә­селгән. Яҙғы баҫыу эштәрен ҡулайлы ваҡыттарҙа атҡарып сығырға ышандырҙы район башлығы.
Кәңәшмәлә сығыш яһаусы белгестәр аграрийҙарға сәсеү эштәрен үткәреүҙә ярҙам төрҙәре менән дә таныштырҙы. Мәҫәлән, республика иген-ҡуҙаҡлы, клевер, көнбағыр, люцерна, рапс, горчица, сурепица, етен кеүек культураларға субсидия биреү күләмен арттырған. Өфөләге ҡайһы бер фирмалар бәрәңгегә, һыра ҡайнатыу өсөн арпа культураларына ҙур ихтыяж кисерә. Үҙебеҙҙекеләр етәрлек күләмдә тәьмин итә алмағас, улар йәнә ситтән алырға мәжбүр.
Агроконференция барышында күрше Мәсетле районының Ленинский һәм “Аҡтау” хужалығы етәкселәре Павел Ватолин менән Илдар Ниғәмәтйәнов үҙҙәренең уңышлы эш тәжрибәһе һәм проблемалары менән дә уртаҡлашты.
Читайте нас: