Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Апрель 2018, 16:56

Хәүефһеҙлек өсөн мөһим

Районда бөгөн 1155 берәмек үҙйөрөшлө машина теркәлгән. Уларҙан яҡынса 230-ҙын тағылмалар тәшкил итә. Былтыр бар техниканың 63 проценты ғына техосмотр үткән. Ҡалғандарына, законлы хужаһы булмау йәки теркәлмәйенсә файҙаланыу сәбәпле, дәүләт техник тикшереүе уҙғарылмаған.

Ошо проблема хаҡында белдерҙе райондың Гостехнадзор инспекцияһы начальнигы Ришат Хәйбуллин Татар Малаяҙында үткән яҙғы техник тикшереүгә арналған семинар-кәңәшмәлә. Ул ауыл биләмәләре башлыҡтары, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре алдында доклад менән сығыш яһап, техник тикшереү мәсьәләһенә етди ҡарарға саҡырҙы. “Беҙҙең бурыс – законһыҙ файҙаланылған техниканы асыҡлап, тейешенсә тәртипкә килтереү”, – тине Ришат Даһи улы.

Дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе һүҙҙәренсә, техниканың 80 проценттан ашыуы физик шәхестәрҙә теркәлгән. Тап уларҙа техосмотр уҙғарыу ҡыйын мәсьәлә булып ҡала. Әлбиттә, төрлө иҫкәртеү саралары барышында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары асыҡлана. Былтыр профилактик операциялар мәлендә 84 факт буйынса административ протокол төҙөлгән. Хоҡуҡ боҙоуҙарҙың күпселеге “Үҙйөрөшлө машиналарҙы техник тикшереүһеҙ, тракторсы-машинист таныҡлыҡһыҙ, теркәүһеҙ һәм страховкаһыҙ файҙаланыу” статьяларына тура килә.

Техник тикшереү һәм техниканы законлы файҙаланыу кешеләргә, тирә-яҡ мөхиткә хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн кәрәк. Был ҡанунды транспорт саралары хужалары үтәргә тейеш.
Читайте нас: