Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Ғинуар 2022, 12:51

Таймый мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылды

Ауыл клубының ҡыйығына 2021 йылда “Реаль эштәр” программаһы һәм “Атайсал” проекты буйынса ремонт эшләнде.

Таймый мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылды
Таймый мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылды

Таймый ауылы биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев хәбәр итеүенсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы проекты аша 530 мең һум финанс ярҙам бүленә. Шул аҡсаға профнастил һатып алалар.

– Төҙөкләндереү эшен үҙ көсөбөҙ менән башҡарҙыҡ. Иҫке тимерҙе һүткәйнек, уның аҫтындағы таҡталары серегән булған. Урмантауҙың “Крона” йәмғиәтенән ағас материал алырға тура килде. Эшселәр яллап, үҙем дә сығып, ҡыйыҡты ябып ҡуйҙыҡ. Был сығымдарҙы “Атайсал” проекты аша ҡапланыҡ, – тине Ильяс Ғабит улы.

Төҙөлөш эшендә Фәрит Солтанов, Айгиз Минһажев, Алик Ғәлимов, Хәлил Зәйнетдинов, Алмас Ҡазиханов, Хәмит Фазлыев әүҙем ҡатнаша. Шулай уҡ Артур Закиров, Руслан Саяпов, Илүс Рәхимовтың да ярҙамы тейә. Светлана Ғарифуллина эшселәргә көн һайын төшкө аш әҙерләгән.

Таймый мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылды
Таймый мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы яңыртылды
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: