Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Ғинуар , 10:40

Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде

Таймый ауылы биләмәһендә “Атайсал” республика проекты буйынса әүҙем төҙөкләндереү эштәре бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған проектҡа ярашлы, бында 2021 йылда бер нисә проект тормошҡа ашырылды.

Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде
Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде

– Былтыр августа Икенсе Иҙелбай ауылының Сусаҡтау шишмәһен төҙөкләндерҙек. Уның ҡоймаларын яңыртып, буяп ҡуйҙыҡ. Эргәһенә боронғоса йүкә ҡабығынан ҡыйыҡ ябып, беседка эшләнек, – тине урындағы ауыл биләмәһе башлығы Ильяс Минһажев.

Уның әйтеүенсә, “Атайсал” проекты буйынса 2021 йылда Таймый ауылының Һыу ҡайышы йылғаһы күперенә яндауырҙар ҡуйыу, ауыл зыяратының бер өлөшөн яңыртып кәртәләү, Урмантауҙа янған йорт биләмәһен таҙартыу эштәре лә башҡарылды. Был эштәр барыһы ла үҙ ауылының яҙмышына битараф булмаған кешеләр, ситтәге яҡташтар һәм бағыусы эшҡыуарҙар ярҙамында үтәлде.

Фото: социаль селтәрҙәр.

Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде
Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде
Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде
Иҙелбайҙа шишмә төҙөкләндерелде
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас в