Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
26 Ноябрь 2025, 14:41

Терроризм – заман бәләһе

Ноябрҙә Башҡортостанда террорға ҡаршы күләмле күнекмәләр үткәрелде

Терроризм – заман бәләһе
Терроризм – заман бәләһе

Ноябрҙә Башҡортостанда террорға ҡаршы күләмле күнекмәләр үткәрелде. Бындай күнекмә Малаяҙ ауылының социаль-мәҙәни ял үҙәгендә лә уҙғарылды.
Тәүҙә террор акты ваҡытында үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында инструкция бирелде. Һәр хеҙмәткәргә бинаның билдәле бер өлөшө беркетелде. Бер аҙҙан сигнал яңғыраны. Үҙәк хеҙмәткәрҙәре һәм унда булған кешеләр бинанан эвакуацияланды, улар араһында балалар ҙа бар ине. Эвакуацияланғандарҙың барыһы ла ваҡытында бинанан сыға алды.
Республика халҡын тыныслыҡ һаҡларға һәм рәсми мәғлүмәт сығанаҡтарына ғына ышанырға саҡыралар.

Автор: Лиана Валиуллина
Читайте нас