Бөтә яңылыҡтар
Антитеррор
14 Декабрь , 23:01

Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы "аулауҙарын" нисек белергә?

Террорға ҡаршы милли комитет мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы һигеҙ айҙа илдә 110 теракт осрағы иҫкәртелгән, ошо енәйәттәргә ҡатнашлығы булған меңдән ашыу кеше ҡулға алынған.  

Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы "аулауҙарын" нисек белергә?
Һеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы "аулауҙарын" нисек белергә?

Кешеләрҙе, тәү сиратта үҫмерҙәрҙе, енәйәтселек юлына баҫырға нимә этәрә һәм бынан нисек һаҡланырға?

  1. "Еңел" аҡса тәҡдим итәләр

8, 11 һәм 12 йылға төрмәгә ябыу. Башҡортостандан өс үҫмергә ҡарата суд ошондай хөкөм ҡарары сығарҙы.

Малайҙар "Украина мәнфәғәтендә эшләүсе кеше"нән тимер юл участкаларының береһендә реле шкафына ут төртөү тураһында мессенджер аша хәбәр ала. Уңышлы башҡарылған эш өсөн билдәһеҙ кеше уларға 20 мең һум вәғәҙә итә. Был тәҡдимде тикшергәндән һуң, үҫмерҙәр был аҡсаға рәхәтләнеп кафела ял итеү тураһында хыяллана.

Тәүге ынтылыш уңышһыҙ була: эргәнән кешеләр үтеп тора һәм, уларҙың нимә эшләргә йыйыныуҙарын һиҙерҙәр тип, малайҙар енәйәт урынынан ҡаса. Әммә бер аҙҙан эште аҙағына еткереү өсөн ҡабаттан әйләнеп ҡайталар.  Монтировка менән шкафтың өҫкө өлөшөн бөгөп, бензин ҡоялар һәм ябай ҡабыҙғыс менән ут төртәләр. Артабан янғынды видеоға төшөрөп, кураторға ебәрәләр.

Үҫмерҙәр, бәлки, ниндәй етди енәйәт ҡылыуы тураһында уйламағандыр. Ә асылда стратегик мөһим объектҡа үтеп инеп, поездарҙың туҡтауһыҙ хәрәкәтен тәьмин иткән реле шкафын емереүҙәре тимер юл хеҙмәткәрҙәренең һәм поезд пассажирҙарының ғүмеренә хәүеф тыуҙыра.

Әле улар, моғайын да, ваҡытты кирегә борғолары киләлер. 

  1. Һеҙҙең ауыртҡан урындарға баҫалар

Өфөнән үҫмер ҡыҙ, класташтарына асыуланып, Рәсәйҙә тыйылған "Колумбайн" хәрәкәте сафына баҫа. Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, ҡыҙыҡай социаль селтәрҙә "скулшутинг"ка (мәктәп уҡыусыларына ҡарата ҡораллы һөжүм, School Shooting – "мәктәп атышы") арналған ябыҡ төркөмдәрҙә даими торған, белем усаҡтарында кеше үлтереүҙәрҙе аҡлаған һәм әүҙем эш итергә саҡырған. Хатта мәктәптәрҙең береһенә һөжүм итеү буйынса эҙмә-эҙлекле план төҙөгән, нисек ҡорал һатып аласағын һәм ҡулланасағын яҙған. "Мин күп нәмәгә һәләтлемен. Мин шуның өсөн тәғәйенләнгәнмен", – тип яҙған ул үҙенең көндәлегендә. Бәхеткә күрә, уның пландары ваҡытында асыҡланған.

Асыҡтан-асыҡ теракттарға саҡырған, терроризмды аҡлаған һәм пропагандалаған өсөн суд ҡыҙҙы ғәйепле тип таныны һәм 5 йыл да 6 айға тәрбиә колонияһына ебәреү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.

  1. Дуҫ булып ҡыланалар

Белгестәр билдәләүенсә, экстремистар һәм террорсылар рәтенә йышыраҡ үҙ фекере, донъяға ҡарашы ныҡлы формалашмаған, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында үҙен башҡаларҙан кәм тойған, рәнйетелгән йәки мин-минлектән арына алмаған үҫмерҙәр эләгә. Енәйәтселәр тәүге мәғлүмәтте интернетта, социаль селтәрҙәрҙә кандидаттарҙың шәхси сәхифәләрендә таба. Улар берәйһен ҡапҡанға алыр алдынан уны иғтибар менән өйрәнә. Уның нимәгә мохтаж булыуын тикшерәләр: аҡса, ярҙам, изге һүҙ, шуға күрә йыш ҡына дуҫлыҡ тәҡдим итәләр, ҡайһы берҙә ҡурҡытыу алымына баралар.

Шулай уҡ "аусылар" мессенджерҙар, телеграм-каналдар, онлайн уйын чаттары, эш эҙләү сайттары аша еңел килем алыу юлдары тураһында мәғлүмәт тараталар, резюме ҡалдырғандарға аҡса эшләү юлдарын тәҡдим итәләр.

Улар өсөн кешеләр – "ҡулланма материал", диверсиялар яһау, "төҫлө революциялар"ҙы ҡуҙғытып ебәреү, аҡса эшләү ҡоралы.

  1. Ҡыҙыҡлы уйын тәҡдим итәләр

– Хәҙер технологиялар шул тиклем камиллаштырылған, уларҙы күп балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр араһында ҡулланалар, – тип билдәләй "Башинформ" мәғлүмәт агентлығына биргән интервьюһында социаль селтәрҙәрҙең деструктив тәьҫире буйынса эксперт Яна Амелина. – Йәғни, шартлыса әйткәндә, ни тиклем күберәк майҙан эшкәртелһә, шул тиклем күберәк һөҙөмтә буласаҡ. Беҙ хәҙер геосәйәси дошмандарыбыҙҙың быға күп аҡса һалыуҙарына шаһит булдыҡ. Улар бының өсөн аҡса ла, белгестәрҙе лә йәлләмәй.

Әлеге ваҡытта эксперттар социаль селтәрҙәрҙә теракт ҡылыу һәм үҙ-үҙеңде үлтереүгә бәйле яңы яҙмалар барлыҡҡа килеүен билдәләй. "Күккит", "Тыныс йорт" (билдәле үлем төркөмдәре) кеүектәргә алмашҡа "Ролка"лар – ролле онлайн уйындар барлыҡҡа килде. "Бәйләнештә"ге төркөмдәрҙән улар Телеграмға күсте. Куратор урынына хәҙер балалар үҙҙәре бер-береһен үлемгә саҡыра, төрлө ролдәр башҡара, был эшкә бот-провокаторҙар ҙа өлөш индерә.

– "Ролка"ға эләккән ҡорбан тиҙ арала уның идеяларын үҙләштерә, үҙенә һеңдерә, сөнки төркөмдә аралашыу тәүлек әйләнәһенә тиерлек дауам итә, – ти белгестәр. – Төп геройҙар, персонаждарҙың характерҙары, сценарий даими тикшерелә.  Сценарийҙарҙың күп өлөшө суицид һәм енси аҙғынлыҡ темаһына ҡағыла.

Әкренләп аҡылы камил, һау-сәләмәт бала ла яңы роленә инеп китә һәм персонаждың үлемгә саҡырыуын үҙенә ҡағыла тип ҡабул итә. 

Ата-әсәләргә нимә эшләргә?

Эксперт Яна Амелина өлкәндәргә мөмкин булғанса балаларҙың мәғлүмәти диетаһын ҡәтғиләштерергә кәңәш итә. Ата-әсә баланың ниндәй социаль селтәрҙәрҙә, ниндәй төркөмдәрҙә ултырыуын, кем менән аралашыуын белергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта бала һеҙгә кәңәш һорап мөрәжәғәт итергә ҡурҡмаһын өсөн ышаныслы мөнәсәбәттә булырға кәрәк. Яңғыҙ ҡалырға тырышһа, күп ваҡытын компьютер артында үткәрһә, кейем стилен үҙгәртһә, үҙенең уңышһыҙлыҡтарын башҡаларға япһара башлаһа, һағайырға кәрәк.

Баланың ялын ойошторорға тырышығыҙ. Уның ниндәй китаптар уҡыуына, ниндәй фильмдар ҡарауына иғтибар итегеҙ. Төрлө темалар буйынса фекер алышығыҙ, тәнҡитсел фекер йөрөтөргә өйрәнегеҙ.

Балаларға нимә эшләргә?

- Интернетта һаҡ булығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә һеҙгә дуҫлыҡ тәҡдим иткән таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ.

- Белеп ҡуйығыҙ: полиция хеҙмәткәрҙәре бер ҡасан да интернет аша мөрәжәғәт итмәй һәм, әлбиттә, енәйәт ҡылырға саҡырмай.

- Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанмағыҙ. Террорсылар йыш ҡына кешеләрҙе ылыҡтырыу өсөн тап ошо алымдарҙы ҡуллана.

- Әгәр шикле эшмәкәрлектә ҡатнашырға тәҡдим итһәләр, баш тартығыҙ һәм был хаҡта өлкәндәргә хәбәр итегеҙ.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән ышаныс телефоны: 8 (347) 279-32-92.

 

 

Автор:"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто
Читайте нас: