Әгәр һеҙгә ниндәй ҙә булһа бинала БПЛА һөжүме янаһа, лифт менән файҙаланыу ҡәтғи тыйыла. Был осраҡта баҫҡыстарҙы ғына ҡулланыу яҡшыраҡ. Артабан хәүефһеҙерәк урынға төшөү зарур: подвал, быялаһыҙ хәүефһеҙ урын, ер аҫты паркингы.
Әгәр һеҙ өйҙә булһағыҙ, тәҙрәләргә яҡын бармағыҙ. Был быяла ярсыҡтарынан йәрәхәт алыу ихтималлығы һәм башҡа хәүеф менән бәйле. Был осраҡта фатирҙа йәки шәхси йортта иң хәүефһеҙ урын - ванна бүлмәһе, коридор, келәт йәки подвал. Иң мөһиме, бүлмә терәк стеналы һәм тәҙрәһеҙ булырға тейеш. Артабан иҙәнгә ултырып, ҡулдарың менән башыңды ҡапларға.
Әгәр һеҙ транспортта йәки урамда булһағыҙ, тәү сиратта автобус, шәхси автомобиль һ.б. транспорт сараһынан сығырға кәрәк. Артабан яҡындағы бина, ер аҫты үткәүеле йәки паркинг кеүек йәшеренеү өсөн хәүефһеҙ урын эҙләү мөһим.
Хәүефле зонанан мөмкин тиклем алыҫыраҡ китергә, кәм тигәндә 100 метрға. Йә бина, йә ағас артына йәшеренергә. Эргәләге кешеләргә хәл тураһында хәбәр итергә кәрәк.
Пилотһыҙ аппараттың һөжүменән һәм уны ерҙә тапҡандан һуң нимә эшләргә?
Беренсенән, бер нәмәгә лә ҡағылырға ярамай. Үҙегеҙ тапҡанығыҙ мөһим түгел. Дронға яҡын барыу, уны ниндәйҙер предмет менән бәреп төшөрөргә маташыу ҡәтғи тыйыла. Шулай уҡ фотоға төшөрөп, уны киң мәғлүмәт сараларына йәки кемгәлер ебәреү, социаль селтәрҙәргә һалыу рөхсәт ителмәй. Был террорсыларға һөжүмдең һөҙөмтәһен баһаларға булышлыҡ итә.
Иғтибар! БПЛА күрһәгеҙ, шунда уҡ Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса бүлегенә 8-34777-2-11-62 номеры буйынса шылтыратырға кәрәк. Пилотһыҙ аппараттың ҡайҙа табылғанын хәбәр итеп, шулай уҡ үҙегеҙҙең тулы исемегеҙҙе лә атау мөһим.
Ямал-Ненец автономиялы округының төбәк именлеге департаменты тарафынан әҙерләнгән видероликты ҡарағыҙ.