1-нән 30 апрелгә тиклем Башҡортостанда төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙа ауыр йөк машиналарының хәрәкәте сикләнә, тип хәбәр итә Башҡортостандың Транспорт министрлығы. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, әгәр күсәргә төшкән ауырлыҡ алты тоннанан артһа, был осорҙа ауыр йөклө транспорт хәрәкәте тыйыла.
Шулай уҡ сикләү йәй көнө, 1 июндән 31 авгусҡа тиклем, һауа температураһы 32 градустан ашҡан осраҡта ғәмәлдә буласаҡ.
- Яҙғы юл өҙөклөгө, ҡарҙың ныҡ иреүе осоронда, ә йәйгеһен юғары температурала асфальт-бетон япмаһының боҙолоуы ихтимал, - тип аңлатма бирҙе БР транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова "Республика Башкортостан" гәзитенә. - Шуға күрә Башҡортостанда төбәк тәғәйенләнешендәге юлдарҙы һаҡлау өсөн күп тонналы йөк машиналары хәрәкәтен сикләргә мәжбүрбеҙ. Бынан тыш, "Росдормониторинг" федераль ҡаҙна учреждениеһы вәкиленең рәсми сайтында махсус рөхсәт алып, бындай транспорт хужалары республика юлдары буйлап үтә ала. Сикләүҙәр ғәмәлдә булған осорҙа юл хаҡы өсөн түләгән аҡсаларын Башҡортостан Республикаһының Юл фондына йүнәлтәсәктәр.
Фото: Евгений Соколов, "РБ".