Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
17 Декабрь 2024, 12:28

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йомғаҡ яһалды

Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йомғаҡ яһаны.

Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йомғаҡ яһалды
Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына йомғаҡ яһалды

Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, ҡоролтайҙа башҡорт милләте өсөн мөһим мәсьәләләр тикшерелде.

– Вәкилдәр күп ине. Рәсәй төбәктәренән һәм 15 сит дәүләттән 527 делегат ҡатнашты. Минеңсә, беҙ милләттең артабанғы үҫешен ентекле тикшерҙек һәм әһәмиәтле ҡарарҙар ҡабул иттек, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 12-14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтте. Тарихи форумда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегат ҡатнашты. Башҡортостандан — 318, Рәсәй төбәктәренән — 171, 10-дан ашыу дәүләттән 38 делегат булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары араһында башҡа милләт вәкилдәре лә бар ине.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-17/v-ufe-podveli-itogi-vi-vsemirnogo-kurultaya-bashkir-4055615

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор: "Башинформ"
Читайте нас