Бөгөн хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары алдындағы сығыш яһағанда ошо турала белдерҙе.
«Бының өсөн медицина инфраструктураһын планлы рәүештә үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. 25-тән ашыу дауахана һәм медицина үҙәге, шул иҫәптән һуғыш ветерандары госпитален сафҡа индерәбеҙ. Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһын тормошҡа ашырыуҙы тамамлайбыҙ. Алыҫта урынлашҡан ауылдарҙа медицина ярҙамын алыу мөмкинлеген арттырабыҙ. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына һәм табип амбулаторияларына ихтыяжды тулыһынса ябабыҙ.
Йыл һайын 160 меңдән ашыу кешене «сәләмәтлек поездары»нда тикшереү үтеүен тәьмин итербеҙ. Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн биш йылда 5 мең табипты һәм урта звено белгестәрен йәлеп итербеҙ. Буласаҡ ата-әсәләрҙең репродуктив һаулығына иғтибарҙы арттырырбыҙ. Күп балалы ғаиләләргә ярҙам итеүгә баҫым яһап, тыуымды арттырыу буйынса яңы программа әҙерләйбеҙ. Бөгөн беҙҙә ошондай 59 мең ғаилә бар. Беҙҙә тыуым коэффициенты Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән юғарыраҡ. 2030 йылға беҙ уны 1,4-тән 1,6-ға еткерергә тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Ишле ғаиләләр һанын кәмендә 15% арттырыу зарур», – тип билдәләне Андрей Назаров.