Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
18 Ноябрь , 10:19

Башҡортостан һәм Алтай Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешелде

Башҡортостан һәм Алтай Республикаһы парламенттары хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй.

Башҡортостан һәм Алтай Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешелде
Башҡортостан һәм Алтай Республикаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешелде
Фото:Олег Яровиков

Уның тексы Башҡортостан Дәүләт Йыйылышында раҫланған. Закон проекттары, аналитик һәм методик материалдар менән алмашыу, уртаҡ конференциялар үткәреү, комиссиялар һәм эшсе төркөмдәр ойоштороу, ике республика араһында эшлекле бәйләнештәрҙе үҫтереү планлаштырыла. Килешеүгә ҡул ҡуйыу шәмбегә, 16 ноябргә, билдәләнгән, тип хәбәр итә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәсәй субъекттарының 33 закон сығарыу органы, шул иҫәптән Донецк һәм Луганск халыҡ республикалары менән партнерлыҡты үҫтерә. Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, бындай хеҙмәттәшлек күп өлкәләрҙә төбәк-ара бәйләнештәрҙе нығыта, депутаттарға тәжрибә уртаҡлашырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, бергәләп федераль кимәлдә үҙ позицияңды яҡлауы еңелерәк.

«Башинформ» шулай уҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының 30 йыллығын билдәләргә әҙерләнеүе хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-11-15/parlamenty-bashkirii-i-respubliki-altay-dogovorilis-o-sotrudnichestve-4010037

Автор:Роман Якимчук
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: