"Вебер" Рәсәй халҡының ниндәй ҡиммәттәрҙе уртаҡлашыуын һәм уларҙың чайлдфри хәрәкәтенә нисек ҡарауын асыҡлаған. Һорау алыныусыларҙың күпселеге (68 проценты) бындай хәрәкәттең барлығын белә, ә өстән бер өлөшө уның тураһында беренсе тапҡыр ишетә. Респонденттарҙың яртыһы илдә чайлдфри пропагандаһын тыйыу яҡлы. Улар үҙҙәренең позицияһын бындай саралар традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға һәм тыуымды арттырырға ярҙам итә алыуы менән аңлата. 39 проценты был хәрәкәтте пропагандалауҙы тыйыуҙы хупламай. Ә чайлдфри булыуҙы һайлау һәр кемдең шәхси эше тигән фекер менән рәсәйҙәрҙең 74 проценты килешә.
Респонденттарҙың 37 проценты, чайлдфри пропагандаһы өсөн штрафтар индерергә кәрәк, тип иҫәпләй, 44 проценты бындай язаға ҡаршы. Бынан тыш, һорау алыныусыларҙың күпселеге (74 проценты) балаһыҙлыҡҡа һалым индереүгә ҡаршы. Был хаҡта 18 йәштән 34 йәшкә тиклемге йәштәр йышыраҡ әйтә. Ә рәсәйҙәрҙең биштән бер өлөшө был башланғысты хуплай, өҫтәүенә бындай позицияға ир-егеттәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бер тигеҙ ҡарай.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, чайлдфрины тыйыу тураһындағы закон проекты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән һәм Рәсәй Дәүләт Думаһына индерелгән. Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, чайлдфри идеологияһын таратыу – мәғлүмәт һуғышының хәүефле ҡоралы. Йәштәрҙең аңын эшкәртеү аша йәмғиәткә балалар тыуыуҙан аңлы рәүештә баш тартыу идеологияһы индерелә.
– Балаһыҙ ял итеү культы, ғаилә ҡиммәттәрен инҡар итеү ил өсөн хәүефле эҙемтәләргә килтерә. Дәүләт бындай күренештәрҙе күреп кенә ҡалмай, уларға әүҙем ҡаршы торорға ла тейеш. Бигерәк тә етди демографик көрсөк шарттарында, – тине Константин Толкачев.
Күп балалы әсәй, "Күп балалы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Башҡортостандың Ғаиләләр союзы етәксеһе Ирина Сухарева билдәләүенсә, Рәсәйҙә һәр ваҡыт ғаилә һәм балалар ҡәҙерле булған. Чайлдфри әсәйлеккә һәм атайлыҡҡа кире ҡараш тыуҙыра, һәм был хәрәкәтте пропагандалауҙы тыйыу ғаилә ҡиммәттәрен нығытасаҡ һәм киләсәк быуындарҙы яҡлаясаҡ.
Күп балалы әсәй, "МногодетОК" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе, Башҡортостандың Ғаиләләр союзы рәйесе Ирина Сухарева билдәләүенсә, Рәсәйҙә һәр ваҡыт ғаилә һәм балалар ҡәҙерле булған. Чайлдфри әсәйлеккә һәм атайлыҡҡа кире ҡараш тыуҙыра, һәм был хәрәкәтте пропагандалауҙы тыйыу ғаилә ҡиммәттәрен нығытасаҡ һәм киләсәк быуындарҙы яҡлаясаҡ.
– Мин чайлдфри пропагандаһын тыйыуҙы яҡлаған һорау алыусыларҙың яртыһына ҡарайым. Һәм минең бөтә ғаиләм, эргә-тирәләрем дә. Тәбиғәт кешегә бала табырға, уны аяҡҡа баҫтырырға һәм ижад итеүсе кеше итеп тәрбиәләргә мөмкинлек бирә. Бала табыу, уны тыуҙырыу, уның нисек үҫеүен һәм тирә-яҡ донъяны танып белеүен ҡарау – ҙур бәхет! – тип билдәләне Ирина Сухарева.