ГИС ЖКХ базаһындағы ҡушымта фатир хужаларына йорт менән мобиль ҡоролманан идара итергә ярҙам итә: күрһәтмәләр тапшырырға, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә, ғаризалар бирергә, йыйылыштарҙа тауыш бирергә, капиталь ремонт пландарын өйрәнергә, идара итеүсе ойошманың отчеттарын контролдә тоторға.
Уның менән ҡулланыусылары һаны илдә 6 миллион кешенән артҡан, шул иҫәптән Башҡортостанда – 170 мең кеше.
– Ҡушмытаның ҙур өҫтөнлөгө - ул коммуналь хеҙмәттәргә СПБ (тиҙ түләүҙәр системаһы) аша комиссияһыҙ түләү мөмкинлеге. Ҡушымтала айырым теркәлеү талап ителмәй, инеү Дәүләт хеҙмәттәрендә раҫланған иҫәп яҙмаһы аша башҡарыла. Күсемһеҙ милек, иҫәп приборҙары һәм иҫәп-хисап тураһында мәғлүмәттәр автоматик рәүештә йөкләнәсәк, – тип билдәләне БР торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова.
"Госуслуги.Дом" ҡушымтаһы даими яңыртыла. Сентябрҙә идарасы ойошмаға күршеләре менән берлектә мөрәжәғәттәр ебәрергә мөмкинлек биргән коллектив ғариза функцияһы өҫтәлде.
– Торлаҡ ҡануниәтенә ярашлы, йыш ҡына айырым мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн милекселәрҙең коллектив ҡарарҙары кәрәк. Шуға күрә сентябрҙә "Госуслуги.Дом" ҡушымтаһына яңы функция өҫтәлә – коллектив заявка. Һәм беҙ уның милекселәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡанын күрәбеҙ. Һуңғы өс аҙнала ғаризаларҙың яҡынса 10 проценты ҡушымта аша булдырылған, – тип билдәләне РФ төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Константин Михайлик.
Йыл аҙағына тиклем ҡушыматыны эшләүселәр "Госуслуги.Дом"ға яңы ҡулланыу мөмкинлеген өҫтәүҙе планлаштыра. Шәхси торлаҡ йорт хужалары өсөн һәм милексе булмағандарға режимды эшләтеү күҙаллана, был торлаҡты ҡуртымға алыусыларға һәм туғандарға торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итергә мөмкинлек бирәсәк.
Ҡушымтаны ошо һылтанма https://redirect.appmetrica.yandex.com/serve/28200392928068854 буйынса күсереп алырға мөмкин