Эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында “Инвест-сәғәт” форматындағы кәңәшмәләр Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2018 йылдан уҙғарыла. Ул власть менән бизнес араһында диалог алып барыуҙың уңайлы ысулы булыуын күрһәтте һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә инвестиция проекттарына дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген бирҙе.
"Инвестиция йәлеп итеү һәр муниципалитеттың төп бурысы булырға тейеш", - ти республика Башлығы Радий Хәбиров.
Шуға ла Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса "Инвестиция сәғәте" осрашыуҙары, республика кимәлендә һөҙөмтәлелеген күрһәтеп, һәр район һәм ҡалала үткәрелә башланы.
Бындай “Инвест-сәғәт”тәр беҙҙең районда ла үткәрелә. Күптән түгел район Хакимиәтендә бизнес-планды ҡарау буйынса комиссия ултырышы үтте. Татар Малаяҙы ауылы шәхси эшҡыуары Айнур Мөхәмәтйәров "Автотранспорт сараларын йыуыу һәм техник хеҙмәтләндереү" проектын тәҡдим итте. Әйткәндәй, Малаяҙ ауылында “Blackcar” студияһы бөгөн эш башлаған. Ҡуртымға алынған бинала автомобилдәрҙе йыуыу, таҙартыу, ремонтлау буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә. Әммә эште алға ебәреү өсөн йәш эшҡыуарға дәүләт ярҙамы талап ителә.
Проект буйынса планлаштырылған инвестициялар күләме: 350 мең һум, шуларҙың 42 мең һумы эшҡыуарҙың аҡсаһы. Йәш эшҡыуарҙың проекты ыңғай ҡабул ителде.
Салауат районы хакимиәте башлығының эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары, бизнес-шериф Илшат ХӘСӘНОВ:
– Аҙна һайын эшҡыуарҙар менән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Был эшҡыуарҙарға ярҙам итеүҙең уңайлы һәм һөҙөмтәле сараһы. Район Хакимиәтенә эшҡыуарҙар ҡыҙыҡлы проекттар, фекерҙәр менән килә. Уларҙы беҙ “Инвестсәғәт”тә ҡарап, мәғлүмәт-консультация ярҙамын бирәбеҙ. Беҙҙең маҡсат – райондың инициативалы эшҡыуарҙарына ярҙам итеү һәм проекттарҙы үҫтереү өсөн бар кәрәкле финанс ярҙамы күрһәтеү. Ғаризалар биреү процесы билдәләнгән ҡағиҙәләргә һәм ваҡытҡа ярашлы үткәрелә.
Үҙебеҙҙең яҡтан кәрәкле консультация ярҙамын күрһәтергә әҙербеҙ. Әгәр бизнес буйынса ҡыҙыҡлы идеяларығыҙ булһа, һеҙҙе район Хакимиәтендә (эш көндәрендә 8.30–18.00 сәғәткә тиклем Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 64-се кабинет адресы буйынса) көтәбеҙ.