Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
15 Август , 09:35

Малаяҙҙа Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Башҡортостанда физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай.

Малаяҙҙа Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә
Малаяҙҙа Физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә

Башҡортостанда физик культураны һәм күмәк спортты үҫтереү сәләмәт йәмғиәтте формалаштырыуҙа һәм халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Спорт инфраструктураһын үҫтереүгә, спорт комплекстары, стадиондар һәм тренажер залдары төҙөүгә айырыуса иғтибар бүленә, был республиканың бөтә халҡы өсөн спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итә. Төбәктә 2,175 миллиондан ашыу кеше физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнә.
Салауат районының Малаяҙ ауылында, стадион урынында бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлөп бөткәнен район халҡы түҙемһеҙләнеп көтә. Өфө компанияһы әле унда әүҙем төҙөлөш эштәрен алып бара. Башҡортостандың капиталь төҙөлөш идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, контракттың башланғыс хаҡы 487,9 миллион һумға билдәләнгән, уны республика бюджеты түләйәсәк. ФОК-ты 2025 йылда төҙөп бөтөп, файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Бинаның майҙаны 4,2 мең квадрат метр тәшкил итәсәк, дүрт юллы бассейн – 275 квадрат метр, футбол майҙаны – 700 квадрат метр. Спорт объекты биләмәһендә шулай уҡ пляж волейболы өсөн майҙансыҡ та буласаҡ.
Проект республика Башлығы Радий Хәбиров һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы районда физик культура һәм спорт үҫешенә ҡеүәтле этәргес буласаҡ.
Лиана ВӘЛИУЛЛИНА.

Өҫтәмә белем биреү педагогы, фитнес-тренер Надия АЛТЫНҒУЗИНА:
– Малаяҙҙа Физкультура-һауыҡтырыу комплексының асылыуын түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Балалар ижады йортонда эшләгән аэробика түңәрәгенә йөрөргә, спорт менән шөғөлләнергә теләүселәр бик күп. Зал бәләкәй булыу сәбәпле, ҡыҙҙарҙы бер нисә төркөмгә бүлеп, кискә тиклем спорт менән шөғөлләнәбеҙ. Ә комплекс асылһа, унда беҙҙең ҙур, иркен, яңы залыбыҙ буласаҡ, яңы объектта гимнастика менән генә түгел, ә төрлө тренажерҙарҙа шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. Иң мөһиме – беҙ буш ваҡытыбыҙҙы мәҙәни, файҙалы итеп үткәрә аласаҡбыҙ. 

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас: