Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда пенсионерҙар электричкала ярты хаҡҡа йөрөйәсәк

1 апрелдән 31 октябргә тиклем Башҡортостан пенсионерҙары ҡала яны тимер юл транспортында 50 процент ташлама менән йөрөргә мөмкин.

Башҡортостанда пенсионерҙар электричкала ярты хаҡҡа йөрөйәсәк
Башҡортостанда пенсионерҙар электричкала ярты хаҡҡа йөрөйәсәк
Фото:Валерий Шахов

 Был хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы хәбәр итә.

Ташлама менән файҙаланыу өсөн билет һатып алған ваҡытта паспорт менән граждандың льготалы статусын раҫлаған документты (пенсия  танытмаһы, хеҙмәт ветераны танытмаһы, хәрби хеҙмәт ветераны танытмаһы һәм башҡалар) күрһәтергә кәрәк.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала пассажирҙарҙы хеҙмәтләндерә башлаған яңы электропоезд хаҡында яҙғайны.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-03-26/pensionery-v-bashkirii-budut-ezdit-v-elektrichkah-za-poltseny-3701233

Автор:Роман Якимчук
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: