Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
9 Ноябрь 2023, 14:43

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе

Күп милләтле һәм күп конфессиялы Рәсәй өсөн Ватан мәнфәғәте хаҡына берҙәм булыу идеяһы айырым әһәмиәткә эйә. Илебеҙ халыҡтары бер ниндәй ҙә тел йәки дини айырмалыҡтарҙың тыныслыҡҡа һәм ижади хеҙмәткә ҡамасауларға тейеш түгеллеген үҙ тарихы менән иҫбатланы. Бөгөн Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе.

Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе
Радий Хәбиров Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрҙе
Фото:Валерий Шахов

«Махсус хәрби операцияның нисек тамамланыры билдәле. Донъя шул тиклем тиҙ үҙгәрә һәм башҡа бер ҡасан да бер полярлы булмаясаҡ. Көнбайыш донъяһы яңы хәрби конфликттар тыуҙыра, илебеҙгә ҡаршы сикһеҙ санкцияларҙы көсәйтә. Беҙҙе көсһөҙләндереү, ижтимағи-сәйәси тотороҡлолоҡто емереү өсөн барыһын да эшләй. Рәсәйҙәге, айырыуса милли республикаларҙағы хәлде ҡаҡшатыу өсөн төрлө ҡоралдар, каналдар, мәғлүмәттәр ҡулланыла.

Бөгөн гибрид һуғышы йүнәлештәренең береһе - милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты боҙорға ынтылыу. Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың Ситуация үҙәге мониторингы мәғлүмәттәренә ярашлы, һуңғы ваҡытта милли республикаларға, шул иҫәптән Башҡортостанға тышҡы мәғлүмәт һөжүме көсәйгән. Был күрһәткес буйынса республика Рәсәй төбәктәре араһында беренсе урынды биләй», - тип билдәләне республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, республикала дингә бәйле хәлде ҡаҡшатырға тырышалар. Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин һәм Башҡортостан мөфтөйө Айнур Бирғәлин исеменә ислам радикалдары яғынан даими рәүештә ғәйепләүҙәр һәм янауҙар яңғырай.

Миграция хәле лә ҡатмарлаша. Республикала рөхсәтһеҙ йәшәгән мигранттар, хәрби хәрәкәттәр зонаһынан ҡасаҡтар арта. Сит ил граждандарын һәм мигранттарҙы террор акттарына йәлеп итеү хәүефе ҙур. Мәҫәлән, былтыр Өфөлә тимер юлында диверсия менән шөғөлләнгән Азербайжан һәм Тажикстан вәкилдәре - колледж студенттары ҡулға алынды.

Ошондай шарттарҙа беҙҙең бурыс – барлыҡ хәүефкә әҙер булыу, республикабыҙ халҡына ҡарата алдан уҡ теләһә ниндәй провокация ынтылыштарын булдырмау», – тине Радий Хәбиров.

Бөгөн Өфөлә Бөтә Рәсәй «Глобаль саҡырыуҙар шарттарында дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу» ғилми-ғәмәли форумы асыла, тип билдәләне республика етәксеһе.

– Беҙҙең төбәк форумды үткәреү урыны итеп осраҡлы һайланмаған. Башҡортостан милләт-ара татыулыҡтың һәм берҙәмлектең, ижтимағи тотороҡлолоҡтоң яҡшы өлгөһө булды һәм булып ҡала. Республикабыҙҙа халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау өсөн шарттар булдырылған. Мәктәптәрҙә 13 туған тел (рус, башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт, мордва, немец, украин, беларусь, иврит, поляк, әрмән телдәре) өйрәнелә, 15 йәкшәмбе мәктәбе эшләй, полилингваль мәктәптәр селтәре киңәйә. Республика халыҡтарының алты телендә баҫмалар сыға. Беҙҙә республиканың бөтә күп һанлы халыҡтарын сағылдырған тарихи-мәҙәни үҙәктәрҙең үҙенсәлекле эш тәжрибәһе тупланған. 2020 йылдан башҡорттар күпләп йәшәгән ете төбәктә башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәктәре асылды», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-11-08/radiy-habirov-provel-zasedanie-soveta-pri-glave-bashkirii-po-mezhnatsionalnym-otnosheniyam-3510884

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: