Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
8 Ноябрь 2023, 17:45

Хәрби комиссар Салауат районында граждандарҙы ҡабул итә

Салауат районында йәшәүселәргә әрмегә саҡырыу, контракт хеҙмәте, тейешле льготалар һәм түләүҙәр буйынса үҙҙәренең көнүҙәк һорауҙарына яуап алырға, килеп тыуған проблемаларҙы хәл итергә мөмкин.

Хәрби комиссар Салауат районында граждандарҙы ҡабул итә
Хәрби комиссар Салауат районында граждандарҙы ҡабул итә

9 һәм 15 ноябрҙә Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссары Рәфис Рикза улы ФӘТИХОВ Малаяҙ ауылында граждандарҙы ҡабул итә. 

Ҡабул итеү графигы:

9 ноябрҙә 11.00-12.00 сәғәттәрҙә Малаяҙ ауылы, Совет урамы, 64 (Салауат район хакимиәте);

15 ноябрҙә 11.00-12.00 сәғәттәрҙә Малаяҙ ауылы, Коммунистик урамы, 69/2 (район ветстанцияһы бинаһында урынлашҡан хәрби-иҫәп пункты)

Алдан яҙылыу ҡаралмаған, ҡабул итеү тере сират тәртибендә үтә. Мөрәжәғәт итеүселәргә ҡайһы бер мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн раҫлаусы документтар килтереү мөһим. Белешмә өсөн Дыуан, Мәсетле һәм Салауат райондары хәрби комиссариаты телефоны: 8 (34798) 3-47-84. 

Автор фотоһы. 

 

Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: