Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
9 Октябрь 2023, 15:59

Республикала 76 меңдән ашыу кеше һалым белдереүен Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон формала алған

Башҡортостанда 2022 йыл өсөн физик шәхестәргә милек һалымын түләүгә йыл һайын ебәрелгән хаттар таратыла башланы. 76 меңдән ашыу кеше Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон формала һалым белдереүен алған да инде.

Республикала 76 меңдән ашыу кеше һалым белдереүен Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон формала алған
Республикала 76 меңдән ашыу кеше һалым белдереүен Дәүләт хеҙмәттәрендә электрон формала алған

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Дәүләт хеҙмәттәре менән файҙаланыусыларҙың 2023 йылда ошондай мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Быға тиклем порталда һалым бурысының суммаһы ғына күренә ине. Яңы опцияны тоташтырыу өсөн һалым документтарын алыуға ризалыҡ ебәрергә кәрәк. Ошо хаҡта тулыраҡ - һылтанма буйынса.

Шулай уҡ, һалым белдереүен 15 минут эсендә Күп функциялы үҙәк офисында йәки һалым органында алырға мөмкин.

Республикала 2 миллиондан ашыу кеше белдереү ҡағыҙы аласаҡ. 800 меңгә яҡын һалым түләүсе уларҙы электрон төрҙә шәхси кабинет аша алған. Ҡалған 1,3 миллион кешегә ҡағыҙ төрҙә йәшәү урыны буйынса почта менән оҙатылды.

Һалымды өйҙән сыҡмайынса күрһәтелгән ысулдар менән түләргә мөмкин:
- һалым түләүсенең шәхси кабинеты йәки «Физик шәхестәр һалымы» мобиль ҡушымтаһы ярҙамында (уларҙы App Store һәм Google Play аша күсерергә була);
- Дәүләт хеҙмәттәре порталында (һалым органынан документтар алыуға ризалыҡ булғанда);
- теләгән банк бүлексәһендә, түләү терминалында йәки почта бүлексәһендә (бының өсөн һалым хаты реквизитын файҙаланыу етә).

Һалым түләү ваҡыты - 2023 йылдың 1 декабре.

Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәтте уҡығыҙ - Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте мутлашыусыларҙың интернеттағы хаттары тураһында иҫкәртә

Автор:
Читайте нас в