Мәләүездә «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Альбина Арыҫланова һәм Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының социаль участка-психологы Ләйсән Мәхмүтова Рәсимә Сибәғәт ҡыҙы Иҙрисоваға - һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙең әсәһенә юлланды. Уға, тәү сиратта, психологик ярҙам кәрәк ине.
Махсус хәрби операцияла һәләк булған улы тураһында һүҙ алып барыу, туғандарына эмоциональ яҡтан ярҙам итеү, уларға йән тыныслығын ҡайтарырға булышлыҡ итеү һәм ғәҙәти йәшәү рәүешенә тиҙерәк ҡайтарыу мөһим.
Осрашыу барышында һәләк булған яугирҙең әсәһенә ярҙам саралары һәм шифахана-курорт дауаланыуын алыу мөмкинлеге тураһында мәғлүмәт бирелде. Тиҙҙән ул республика шифаханаларының береһенә юлланасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды махсус хәрби операция (МХО) ветерандарына һәм һәләк булғандарҙың ғаиләләренә тейешле ярҙам сараларын алыуҙа булышлыҡ итә. Фондтың республика филиалы эше тураһында тулыраҡ бында: https://vk.com/public220653548
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы филиалы Өфө ҡалаһы, Минһажев урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан. Эш ваҡыты: сәғәт 9.00-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем, ял көндәре - шәмбе, йәкшәмбе.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү буйынса алдан консультация алыу өсөн телефоны: 8 (347) 268-01-02.