Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
29 Сентябрь 2023, 17:07

Ғаиләгә аҙ тәьмин ителгән тигән статусты нисек иҫбатларға?

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән тип танылған ғаиләләр социаль ярҙамға иҫәп тота ала. 

Ғаиләгә аҙ тәьмин ителгән тигән статусты нисек иҫбатларға?
Ғаиләгә аҙ тәьмин ителгән тигән статусты нисек иҫбатларға?
Күп балалы ғаиләләрҙән сыҡҡан уҡыусыларҙы уҡыу йорттарында бушлай ашатыу, ял лагерҙарына бушлай путевкалар, мәктәп формаһы өсөн компенсация, беренсе класс уҡыусылары өсөн бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйылмаһы - шулар араһында.

Белешмәне нисек алырға:

Ғариза бирергә кәрәк. Быны Республика халыҡҡа ярҙам күрһәтеү үҙәге сайты аша «Белешмәне алдан юллау» бүлегендә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталында «Ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереү тураһында белешмә биреү» бүлегендә эшләргә мөмкин.

Уҡыу йортона белешмә килтерергә кәрәкмәй, сөнки балалар баҡсалары, мәктәптәр һәм колледждар мәғлүмәттәрҙе үҙаллы һоратып ала.

8 (800) 1-00000-1 телефоны буйынса социаль ярҙам саралары буйынса ентеклерәк мәғлүмәт менән танышырға мөмкин.

Шылтыратыуҙар ҡабул итеү ваҡыты: дүшәмбенән кесе йомаға тиклем – 8:30 – 17:30, йома – 8:30 – 17:00.

Республика халҡы ғаиләгә ҡағылышлы барлыҡ һорауҙар менән һәм ярҙам һорап «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала.

Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ: Бөтә республика буйынса 800-ҙән ашыу ойошма һәм магазин балалы ғаиләләр өсөн 5-10 процент ташлама бирә

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: