Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
21 Сентябрь 2023, 15:55

Башҡортостанда йыллыҡ инфляция 3,7 процентҡа тиклем күтәрелгән

Ни өсөн Башҡортостанда инфляция артты - Башҡортостан Республикаһы буйынса Милли банк эксперттары аңлата.

Башҡортостанда йыллыҡ инфляция 3,7 процентҡа тиклем күтәрелгән
Башҡортостанда йыллыҡ инфляция 3,7 процентҡа тиклем күтәрелгән

2023 йылдың авгусында төбәктә йыллыҡ инфляция июлдәге 2,8 проценттан 3,7 процентҡа тиклем күтәрелгән. Был ил буйынса ҡулланыу әүҙемлегенең артыуы һәм һумдың көсһөҙләнеүе арҡаһында барлыҡҡа килде. Быға шулай уҡ етештереүселәрҙең һәм тәьмин итеүселәрҙең сығымының артыуы һәм айырым тауарҙарҙың һатыу баҙарында булмауы йоғонто яһаны.

Аҙыҡ-түлектән сит ил емеш-еләктәре, айырыуса әфлисун, шулай уҡ малсылыҡ продукцияһы – сусҡа, һыйыр, ҡош ите, йомортҡа ҡыйбатланған.

Быйыл йәй осоронан һуң ҡыярға хаҡ иртә күтәрелде. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороуы сәбәпле уңыш юғары булманы, шуға күрә августа уҡ ҡыярға хаҡ артты.

Еңел автомобилдәр һәм мотор яғыулығы ҡиммәтләнде. Смартфондарға, телевизорҙарға, көнкүреш техникаһына хаҡ башҡа йылдарға ҡарағанда әкренерәк кәмене. Төбәктә төҙөлөш һәм ремонт күләменең артыуы төҙөлөш материалдарының ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.

Инфляцияны тиҙләтеүгә пассажирҙар транспорты хеҙмәттәренә хаҡтың артыуы һиҙелерлек өлөш индерҙе:

- уҙған йыл, дәүләт эре программа сиктәрендә Рәсәй авиакомпанияларына пассажирҙар ташыуға киткән сығымдарҙы ҡаплағас, эске осоштарға хаҡтарҙың йыллыҡ үҫеш темпы артҡайны;
- ҡайһы бер сит илдәргә сығыуға ихтыяждың артыуы туристик юлламаларҙың ҡиммәтләнеүенә килтерҙе;
- автомобилдәрҙең һәм уларҙы хеҙмәтләндереү хаҡының күтәрелеүе, шулай уҡ водителдәрҙең етешмәүе такси хеҙмәтенең ҡиммәтләнеүенә килтерҙе.

Инфляцияны маҡсатҡа яҡынайтыу өсөн Рәсәй банкы төп ставканы күтәрҙе. 2023 йылдың 18 сентябренән ул 13 процент тәшкил итә. Фараздар буйынса (https://vk.cc/cr36PG), быйыл инфляция - 6-7, ә киләһе йылда 4 процент тәшкил итәсәк.

Инфляция тураһындағы 5 уйҙырма менән танышығыҙ

Төбәктәге инфляция тураһында тулыраҡ Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банктың иҡтисади бүлеге баш иҡтисадсыһы Алмаз Ғабдуллин һөйләй.

Видеоны ҡарағыҙ 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Сығанаҡ: https://vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2247 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: