Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
19 Сентябрь 2023, 11:02

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы төбәк ярҙам саралары

Башҡортостанда махсус хәрби операцияла (МХО) ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йәһәтенән яңы төбәк саралары барлыҡҡа килде.

Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы төбәк ярҙам саралары
Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына яңы төбәк ярҙам саралары
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бойороғо менән ғәмәлдәге саралар исемлеге 37-гә тиклем арттырылды.

Тейешле документ республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында әҙерләнгән. Документ менән хоҡуҡи мәғлүмәт буйынса интернет-порталда танышырға мөмкин.

Яңы ярҙам саралары исемлеге:

коммуналь хеҙмәттәр өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеняларҙан азат итеү;
грант алған осраҡта эшмәкәрлектең план күрһәткестәрен үтәмәгән өсөн яуаплылыҡтан азат итеү;
«Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» программаһында ҡатнашыусыларға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн социаль түләүҙәр биреү;
балаларын йәшәү урынына яҡын урынлашҡан балалар баҡсаһына күсергәндә өҫтөнлөклө хоҡуҡ биреү;
физкультура-спорт ойошмаларына иң тәүҙә уларҙы ҡабул итеү хоҡуғы;
мәҙәниәт һәм күңел асыу өлкәһендәге ойошмаларға ташлама менән йөрөү.

МХО-ла ҡатнашыусының ғаилә ағзаһы иҫәбенә:

- уның менән законлы никахта торған ире (ҡатыны);
- эшкә һәләтһеҙ йәштәге ата-әсәһе (тәрбиәгә алыусылары);
- ата-әсәһе булмау сәбәпле, уны кәмендә өс йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге олатаһы һәм (йәки) өләсәһе;
- уны кәмендә биш йыл тәрбиәләгән һәм (йәки) ҡараған эшкә һәләтһеҙ йәштәге үгәй атаһы һәм (йәки) үгәй әсәһе;
- бәлиғ булмаған балалары,
- 18 йәше тулғансы инвалид булған 18 йәштән өлкән балалары;
- белем биреү ойошмаһында көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балалары инә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү саралары махсус чат-ботта тупланған.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Автор:
Читайте нас: