Дәүләт мәғлүмәт системаһы - ул тотош илдән,шул иҫәптән Башҡортостандан, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ торошо тураһында мәғлүмәттәр тупланған берҙәм ресурс.
Хеҙмәттәр өсөн түләүҙән һәм счетчик күрһәтмәләре индереүҙән тыш, портал ярҙамында:
- торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа бәйле һорауҙар менән мөрәжәғәт итергә
- идарасы компанияның лицензияһын тикшерергә
- йортҡа капиталь ремонт үткәреү тураһында белешергә
- онлайн форматта милекселәрҙең дөйөм йыйылышын уҙғарырға
- субсидиялар һәм ташламалар хаҡында белешергә мөмкин.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге идара итеүсе бөтә компания һәм ойошмалар мәғлүмәт системаһында мотлаҡ теркәлергә һәм мәғлүмәт урынлаштырырға тейеш.
Халыҡ өсөн системала айырым теркәлеү талап ителмәй - «Дәүләт хеҙмәттәре»нең раҫланған иҫәп яҙмаһы, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Йорт» мобиль ҡушымтаһы аша инергә мөмкин.
Ентекле мәғлүмәт – сайтта: https://vk.cc/7mlPP0
Капиталь ремонт өсөн аҡса кире ҡайтарыла
Ниндәй осраҡтарҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә түләүҙе ҡайтанан иҫәпләтергә мөмкин?
Идара итеүсе компания абоненттарҙың почта йәшниктәрен алмаштырырға тейешме?
Ни өсөн эҫе һыуҙы һүндерәләр – Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы белгестәре аңлата
Ремонт өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға
Берҙәм пособиеға ғариза бирергә уйлаған осраҡта яңы торлаҡ һатып алған мәлдә нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
Фатирҙа сит тауыш ишетелһә, ҡайҙа ялыу бирергә?
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан