Актуаль мәсьәлә
8 Август 2023, 11:28

Мәктәптә кемдәргә бушлай туҡланыу тейеш һәм ташламаны нисек юлларға?

2023 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә бушлай ҡайнар аш өсөн 3 миллиард 655 миллион һум аҡса бүленгән. Шуның 1 миллиард 589 миллионы - республика ҡаҙнаһынан.

 

 
 
Мәктәптә кемдәргә бушлай туҡланыу тейеш һәм ташламаны нисек юлларға?
 
 


Мәктәптә кемдәргә бушлай туҡланыу тейеш һәм ташламаны нисек юлларға?

⃣ Башланғыс класс уҡыусылары өсөн ташламаны раҫлау талап ителмәй.

Ташламаны юллау өсөн:

⃣ Һаулыҡ мөмкинлектәре сикле балаларға:

- ғариза;
- психологик-медицина-педагогик комиссияның һығымтаһы.

⃣ Инвалид балаларға:

- ғариза;
- медицина-социаль экспертиза белешмәһе.

⃣ Аҙ тәьмин ителгән күп балалы ғаиләләрҙәге балаларға:

- билдәләнгән форма буйынса ғариза;
- ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаған документтың күсермәһе;
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан билдәләнгән тәртипкә ярашлы башҡа документтар исемлеге төбәктәге Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайтында күрһәтелгән: https://vk.cc/cq0AQk.

⃣ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына:

- 5 -11-се класс уҡыусыларына бушлай туҡланыу тураһында билдәләнгән форма буйынса ғариза;
- ата-әсәнең йәки законлы вәкилдең махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ кәрәк буласаҡ.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының мәктәптә туҡланыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линияһы: 8 (347) 292-11-52. Эш ваҡыты: эш көндәрендә - 9:00-18:00, тәнәфес 13:00-14:00.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

 
Автор:
Читайте нас