+24 °С
Ямғыр


«Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директорының 2023 йылдың 28 апрелендәге 106-П һанлы бойороғона ярашлы, 10 килограмға тиклем ауырлыҡтағы эске посылка махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрби хеҙмәткәрҙәр адресына бушлай ебәрелә.
2023 йылдың 1 майынан хәрби хеҙмәткәрҙәр адресына (103400, Мәскәү-400, ғәскәри часть - ялан почтаһы) «Рәсәй почтаһы» акционерҙар йәмғиәтенең почта элемтәһе бүлексәһенән хат ебәреү бушлай башҡарыла.