Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
17 Апрель 2023, 19:50

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй

Башҡортостанда махсус хәрби операцияға ебәреү өсөн Даян Мурзин исемендәге һәм «Төньяҡ амурҙары» ирекле батальондарына яугирҙәр йыялар.

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй
Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалына Рәсәй Эске эштәр министрлығының Салауат районы буйынса ветерандар союзы рәйесе Алик Хәсәнов (һүрәттә) етәкселек итә.

“Запастағы, йәғни пенсияға сыҡҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм саҡырыу буйынса әрменән ҡайтҡандар, шулай уҡ хәрби хеҙмәт үтмәгән, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр контракт хеҙмәтенә яҙылырға хоҡуҡлы. Рядовойҙан прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге ирҙәр ҡабул ителә, – ти Алик Мәхмүт улы. – Контракт ваҡыты 6 айҙан башлана. Хәрби хеҙмәткә 60 йәшкә тиклемге офицерҙар ҡабул ителә, контракт төҙөү ваҡыты – 3 йылдан 5 йылға тиклем”.

КОНТРАКТ ХЕҘМӘТЕНӘ ЯҘЫЛЫУ ТӘРТИБЕ

1. Тейешле документтарҙы һайлап алыу пунктына йәки хәрби комиссариатҡа тапшырырға.

2. Психолог менән әңгәмә үтергә.

3. Медицина тикшереүе үтергә.

4. Бойороҡ алырға һәм хеҙмәт итеү урынына китергә.

5. Хәрби часта контракт төҙөргә.

НИНДӘЙ ДОКУМЕНТТАР КӘРӘК

1. 9х12 фото - 1 дана, 3х4 фото - 4 дана;

2. Автобиография, 2 данала яҙма һәм баҫма формала;

3. Белемде раҫлаған документтарҙың күсермәһе;

4. Эш урынынан хеҙмәт характеристикаһы;

5. Кандидаттың тыуыу тураһында таныҡлығы;

6. Никах, никахты тарҡатыу һәм балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡтарҙың күсермәләре;

7. Участковыйҙан характеристика ҡағыҙы;

8. Паспорттың күсермәһе - яҙмалары булған бөтә биттәр;

9. Хәрби билет күсермәһе - яҙмалары булған бөтә биттәр;

10. Хеҙмәт кенәгәһенең күсермәһе - яҙыуҙары булған бөтә биттәр;

11. ИНН күсермәһе;

12. Банк картаһының реквизиттары - мотлаҡ «Мир» системаһы.

МАХСУС ХӘРБИ ОПЕРАЦИЯЛА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҒА НИНДӘЙ ТҮЛӘҮҘӘР ҠАРАЛҒАН?

Айына 180 мең һумдан ашыу аҡса түләү ҡаралған. Уға түбәндәге аҡсалата тәьминәт инә:

- 33 мең һумдан, тәүлеккә 4240 һумдан, айына хәрби вазифа буйынса ике оклад (40-70 мең һум).

- Бер йылға һәм унан ашыу ваҡытҡа контракт төҙөгәндә - 195 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү.

- Өҫтәмә рәүештә айырым ҡаҙаныштар өсөн түләүҙәр ҡаралған (тулы мәғлүмәт менән бында танышырға мөмкин).

КАНДИДАТТАРҒА ТАЛАПТАР

1. Йәше;

2. Һаулыҡ торошо - А категориялы хәрби хеҙмәткә яраҡлы йәки Б категориялы хәрби хеҙмәткә бер аҙ сикләүҙәр менән яраҡлы;

3. Белеме - урта тулы белемленән кәм булмаған (11 класлы), әммә ҡайһы бер хәрби вазифаларға төп дөйөм (9 класлы) белемле кандидаттар ҙа ҡарала;

4. Хөкөм ителеүҙең бөтөрөлөү-бөтөрөлмәүенә ҡарамаҫтан, енәйәт яуаплылығына тарттырылмау.

Штаб филиалы Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5 адресы буйынса урынлашҡан. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-987-592-70-59, 8(34777) 2-00-71, 2-00-16.

Фото: Салауат районы Хакимиәте.

 

 

 

Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй
Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй
Салауат районында ирекле батальондар ойоштороу штабы филиалы эшләй
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: