Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
7 Апрель 2023, 15:20

Призывниктар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй

Башҡортостандың хәрби комиссары Михаил Блажевич яҙғы саҡырыу кампанияһы тураһында һөйләне. Шулай уҡ ул контракт хеҙмәтенә алыу тәртибе тураһында аңлатып үтте.

Призывниктар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй
Призывниктар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй

Полковник Михаил Блажевич Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында әйтеүенсә, быйылғы хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу осоронда әллә ниндәй үҙенсәлектәр юҡ, ул, Рәсәй Президенты указына ярашлы, 1 апрелдән 15 июлгә тиклем үтәсәк.

“Әрмегә ҡәҙимгесә 18 йәштән 27 йәшкә тиклем егеттәр саҡырыласаҡ. Башҡортостандан яҡынса 5,5 мең егет хеҙмәткә алынасаҡ. Хеҙмәт итеү ваҡытын арттырыу тураһында мәсьәлә ҡаралмай. Ул бер йыл булып ҡала”, – тине хәрби комиссар.

Призывниктарҙың  махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәйәсәге хаҡында ла белдерҙе ул.

“Был инде өсөнсө саҡырылыш, кешеләрҙе ошо мәсьәлә борсой. Ике саҡырылыш егеттәре махсус хәрби операция зонаһына ебәрелмәүе быны раҫланы. Әлеге саҡырылыш һалдаттары ла махсус хәрби операция үткәреү зонаһына инмәҫ, Рәсәй биләмәһендә урынлашҡан частарҙа үҙ ваҡытында хеҙмәт итер, тип вәғәҙә итәбеҙ. Был Рәсәй Федерацияһының бөтә географияһы – Калининградтан Алыҫ Көнсығышҡа тиклем, бөтә төр ҡораллы көстәр. Бында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр булманы. Хәрби-диңгеҙ флотынан алып мотоуҡсылар, танк, артиллерия подразделениеларына тиклем һәр төрлө ҡораллы көстәргә эләгеү мөмкинлеге бар. Уларҙың өстән бер өлөшө тиерлек һөнәрҙәре буйынса уҡыясаҡ хәрби частарға ебәреләсәк, һуңынан хеҙмәт итеү урыны буйынса хәрби частарҙа хеҙмәтен дауам итәсәк”, – тине Михаил Блажевич.

Ул контракт буйынса РФ Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт итеү мәсьәләһен дә аңлатты. Республика хәрби комиссарының һүҙҙәренсә, илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәрҙең һаны артҡан. Уның фекеренсә, был Башҡортостанға махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы мобилизацияланғандарҙың, Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов һәм Салауат Юлаев исемендәге батальондарҙың хәрби хеҙмәткәрҙәренең отпускыға ҡайта башлауы менән бәйле.

“Улар үҙ тәьҫораттары, махсус хәрби операция зонаһынан тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Был үҙ ролен уйнай, һөҙөмтәлә контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәрҙең һаны артты һәм арта бара. Шунан сығып, тағы өс башҡорт подразделениеһын булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде”, – тине Михаил Блажевич.

Хәрби комиссар контракт хеҙмәтенә яҙылырға теләүселәргә Өфөлә Революция урамындағы 156-сы йортта урынлашҡан һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итергә тәҡдим итте. Шулай уҡ ошондай мобиль пункт филиалдары республиканың башҡа район-ҡалаларында ла асылды. Салауат районында ул Малаяҙ ауылы, СССР-ҙың 60 йыллығы урамы, 5-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Оборона министрлығының “ҡыҙыу линияһы” телефондары: 117 һәм 122.

Фото: видеояҙманан скриншот. 

Призывниктар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй
Призывниктар махсус хәрби операцияға йәлеп ителмәй
Автор:Айдар Нугаманов
Читайте нас: