+15 °С
Облачно


Салауат юл ремонт-төҙөлөш идаралығы начальнигы Ришат Сафин бөгөн район Хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә белдереүенсә, юлдарҙағы соҡорҙар һалҡын асфальт ярҙамында тигеҙләнә. Асфальт-бетон заводы 15 апрелдә эшләй башлаясаҡ. Салауат ДРСУ-һы ҡарамағындағы бар автомобиль юлдары һанлаштырыу системаһы аша үткәрелгән. Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше тамамланғас, юл һыҙаттарын яңыртыу, юл билдәләрен тәртипкә килтереү эштәре башҡарыласаҡ.
Фото: Салауат ДРСУ-һы.