Актуаль мәсьәлә
16 Января 2023, 10:31

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар

Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналарӨфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар
Өфөлә республиканың беренсе президенты Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл ҡуйырға йыйыналар
Фото:Олег Яровиков

 Был эш генерал Шайморатов һәйкәленең авторы скульптор Салауат Щербаковҡа йөкмәтелгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Башҡортостан Башлығы Өфө мэры Ратмир Мәүлиевҡа өс көн эсендә ошо мәсьәлә буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Мортаза Ғөбәйҙулла улына һәйкәлде ниндәй итеп күреүен  Салауат Александровичтың [Щербаков – прим. ред.] үҙенән һорарға кәрәк», — тине республика етәксеһе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 11 ғинуарҙа  Мортаза Рәхимовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уны мосолмандар зыяратында ерләнеләр. Башҡортостандың беренсе президенты менән бәхилләшергә 30 меңдән ашыу кеше килде. Матәм сараһында Владимир Путин да ҡатнашты.

Автор:"Башинформ"