Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
19 Декабрь 2022, 15:48

Башҡортостанда льгота алыусылар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре лә индерелә

Башҡортостанда хәрбиҙәрҙең ата-әсәһе лә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзалары булараҡ льготалар алырға мөмкин.

Башҡортостанда льгота алыусылар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре лә индерелә
Башҡортостанда льгота алыусылар исемлегенә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ата-әсәләре лә индерелә

 Әле Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ошо мәсьәлә ентекле өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта «Инцидент менеджмент» системаһына халыҡтан ата-әсәләргә социаль ярҙам саралары буйынса һорауҙар килә башланы, тип билдәләне республика етәксеһенең социаль коммуникациялар идаралығы етәксеһе Елена Прочаковская хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә. Үткән аҙнала социаль хеҙмәтләндереү мәсьәләләре буйынса 492 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.

«Һеҙ льготалар буйынса ғаилә составына ата-әсәләрҙе лә индереү мәсьәләһен хәл иттегеҙ. Хәҙер ул ғәмәлгә ашырыла», - тине Елена Прочаковская.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: