Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
19 Декабрь 2022, 15:46

2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2023 йылға минималь хеҙмәт хаҡын (МРОТ) 16 242 һум күләмендә билдәләгән законға ҡул ҡуйҙы.

2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була
2023 йылдың 1 ғинуарынан минималь эш хаҡы күләме айына 16 242 һум була

 Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

«2023 йылдың 1 ғинуарында минималь эш хаҡы күләмен айына 16 242 һум күләмендә билдәләргә», — тиелә документ тексында. Шулай итеп, 6,3% арттырыу ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл МРОТ-ты ике тапҡыр арттырҙылар: 1 ғинуарҙан ул — 13 890 һумға, ә 1 июндән 15 279 һумға еткерелде.

Хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда МРОТ (Урал коэффициенты менән) 17 571 һум тәшкил итә.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас: