Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
14 Ноябрь 2022, 21:05

Башҡортостанда мобилизацияланғандарға дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

Башҡортостанда Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы БР Хөкүмәте бойороғо проектын әҙерләне. Проектта хәрби хеҙмәт үткән йәки Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ теләгең менән булышлыҡ итеү осоронда ҡуртым түләүҙе кисектереү ҡарала.

Башҡортостанда мобилизацияланғандарға дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә
Башҡортостанда мобилизацияланғандарға дәүләт мөлкәте менән файҙаланған өсөн ҡуртым түләүе кисектерелә

– Яңылыҡтың маҡсаты – Башҡортостандың дәүләт милкен ҡуртымға алыусы мобилизацияланған граждандарға мөлкәт мәсьәләһе буйынса ярҙам итеү, – тип аңлатма бирҙе ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская.

Бындай дәүләт ярҙамы сараһы Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә мобилизациялау буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылған йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үтеүсе, йә иһә Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренә йөкмәтелгән бурыстарҙы үтәүҙә үҙ ирке менән булышлыҡ итеү тураһында килешеү төҙөгән граждандарға күрһәтеләсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19426/ 

Автор:Башҡортостан Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: