Актуаль мәсьәлә
27 Октября 2022, 18:03

Табиптарҙы йәлеп итеү – Башҡортостандың барлыҡ район хакимиәттәре башлыҡтарының шәхси бурысы

«Беҙ табиптарҙың етешмәүен аңлайбыҙ, - тип белдерҙе республика башлығы Радий Хәбиров «тура бәйләнеш» барышында. 

Табиптарҙы йәлеп итеү – Башҡортостандың барлыҡ район хакимиәттәре башлыҡтарының шәхси бурысыТабиптарҙы йәлеп итеү – Башҡортостандың барлыҡ район хакимиәттәре башлыҡтарының шәхси бурысы
Табиптарҙы йәлеп итеү – Башҡортостандың барлыҡ район хакимиәттәре башлыҡтарының шәхси бурысы

- Пандемияға бәйле табиптар һәм өлкән йәштәге урта медицина персоналы эштән китеү сәбәпле, 2021 йылдың аҙағында табиптар һаны буйынса ыңғай динамика кәмене. Беҙ тар белгестәр өсөн «Ауыл фельдшеры», «Ауыл табибы» кеүек ярҙам сараларын ҡабул иттек. Эшләү өсөн ҡоралдар бар.

Йыл һайын юғары уҡыу йорттарынан бер нисә йөҙ табип сығарабыҙ. Әгәр уларҙың яртыһы булһа ла республика поликлиникаларына һәм дауаханаларына йүнәлтелһә, мәсьәлә хәл ителәсәк. Был беҙҙең бурыс. Беҙ «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» барышында һәр хакимиәт башлығына табиптарҙы йәлеп итеү бурысын ҡуябыҙ. Был уларҙың эш һөҙөмтәлелеген баһалау критерийы булырға тейеш».

Фото: Олег Яровиков

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/direct_line/2022-10-27/privlechenie-vrachey-lichnaya-zadacha-vseh-glav-rayonnyh-administratsiy-bashkirii-3006413 

Автор:"Башинформ"
Читайте нас