Актуаль мәсьәлә
27 Октября 2022, 18:17

Радий Хәбиров Өфө тимер юл вокзалында башҡортса хәбәр итмәүҙәрен асыҡлаясағын белдерҙе

"Тура бәйләнеш" мәлендә Башҡортостан Башлығына Өфө тимер юл вокзалында поездарҙы башҡорт телендә иғлан итмәүҙәренә зарландылар.

Добавить в предпочтительные источники Google
Радий Хәбиров Өфө тимер юл вокзалында башҡортса хәбәр итмәүҙәрен асыҡлаясағын белдерҙеРадий Хәбиров Өфө тимер юл вокзалында башҡортса хәбәр итмәүҙәрен асыҡлаясағын белдерҙе
Радий Хәбиров Өфө тимер юл вокзалында башҡортса хәбәр итмәүҙәрен асыҡлаясағын белдерҙе

Башҡортостанда йәшәүсе Илнур Рамазанов тура бәйләнеш барышында Радий Хәбировтың иғтибарын Өфө тимер юл вокзалында поездарҙың йөрөүе тураһында башҡорт телендә хәбәр итмәүҙәренә йүнәлтте, сөнки ул баш ҡала вокзалының визит карточкаһы тип иҫәпләнде. Рус һәм инглиз телдәрендә генә иғлан итеүҙәр ҡалған.

Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, был уның өсөн яңылыҡ.

«Тәүге тапҡыр ишетәм, ни өсөн шулай икәнлеген асыҡлармын. Аэропортта рус һәм башҡорт телдәрендә хәбәр итәләр. Мин үҙем тикшерҙем. Әгәр юҡ икән, был дөрөҫ түгел», - тине Радий Хәбиров һәм хәлде асыҡларға вәғәҙә бирҙе.

Фото: Олег Яровиков

Сығанаҡ: https://www.bashinform.ru/news/direct_line/2022-10-27/zhitel-bashkirii-pozhalovalsya-na-otsutstvie-veschaniya-na-bashkirskom-yazyke-v-ufimskom-zhd-vokzale-3006426 

Автор:"Башинформ"