

Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Газпром» 2025 йылға тиклем газ үткәреү программаһын әҙерләгән.
«Түҙемлек кәрәк. Хәлде төҙәтербеҙ, инвестициялар күләме ҙур», - тине Хәбиров.
Башҡортостан Башлығы республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Алан Марзаевҡа хәлде анализларға һәм халыҡҡа аңлайышлы мәғлүмәт еткерергә ҡушты.
«Беҙ 5 йәки 10 йорт урынлашҡан ауылға 20 саҡрым торба һуҙа алмайбыҙ. Ҡасан һәм ҡайҙа газ үтәсәге тураһында хәбәр итергә. Ҡайҙа булмай - көтмәһендәр өсөн аңлатырға кәрәк. Шулай булһа, яҡшыраҡ», - тине Радий Хәбиров.
Фото: Олег Яровиков