Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
1 Сентябрь 2022, 12:48

Рәсәйҙең мәғариф министры мәктәпте ремонтлау өсөн аҡса йыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе

Уҡыусыларҙың ата-әсәләре кабинеттарҙы яңыртыу өсөн йыл һайын аҡса бирергә тейеш түгел.

Рәсәйҙең мәғариф министры мәктәпте ремонтлау өсөн аҡса йыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе
Рәсәйҙең мәғариф министры мәктәпте ремонтлау өсөн аҡса йыйыуға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе
Фото:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы архивы

 Бынан тыш, аҡса йыйыуҙы ойоштороу закон боҙоу тип иҫәпләнә. Был хаҡта Дөйөм Рәсәй ата-әсәләр йыйылышында илдең мәғариф министры Сергей Кравцов белдерҙе.

«Аҡса йыйыу - енәйәт эше. Шуға күрә мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына һәм беҙгә хәбәр итергә кәрәк. Капиталь ремонт программаһына килгәндә, беҙҙә 7,5 мең мәктәпкә 500 миллиард һум бүленгән. Ә ағымдағы ремонт эштәре төбәк бюджеттары иҫәбенә башҡарыла. Шуға күрә бер кемдән дә аҡса йыйырға тейеш түгелдәр», - тине Кравцов.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-08-31/ministr-prosvescheniya-rossii-schitaet-nedopustimym-sbory-na-remont-shkoly-2930057

Автор:Ләйсән Закирова
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: