Бөтә яңылыҡтар

Әлкәләргә - “зәңгәр яғыулыҡ”

Салауат районында йорттарҙы  “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа тоташтырыу дауам итә.

Әлкәләргә - “зәңгәр яғыулыҡ”
Әлкәләргә - “зәңгәр яғыулыҡ”

Быйыл газ хеҙмәтенә район халҡынан газ үткәреүгә 382 ғариза килгән.

Ил Президенты Владимир Путин инициативаһы буйынса икенсе йыл тормошҡа ашырылған газ үткән ауылдағы йорттарға бушлай “зәңгәр яғыулыҡ” үткәреү программаһы сиктәрендә Әлкә ауылы ла газ менән тәьмин ителә.

Ауылдың осонда йәшәгән Вәлиуллиндар ғаиләһенә лә “зәңгәр яғыулыҡ” индерелде. Уларҙың ике балалары бар.  Был йортта улар 2016 йылдан алып йәшәйҙәр, өйҙәрен мейескә утын яғып йылытҡандар. Улар 50 йылдан ашыу газ индергәндәрен көткән.

Мәғлүм булыуынса, Вәлиуллиндар йәшәгән урамда оҙаҡ ваҡыт газ үткәргес булмаған. Ниһәйәт, уны эшләгәс, ғаилә “зәңгәр яғыулыҡ”ты йорттарына индергән. Уларға хәҙер яңы плитә, газ ҡоролмалары алырға ҡалған.

"Өйөбөҙгә газ индереүҙәренә шатбыҙ. Был – беҙҙең өсөн мөһим һәм ҡыуаныслы мәл, - ти ғаилә башлығы Франгил Вәлиуллин.

Автор:Лиана Валиуллина
Читайте нас в