Бөтә яңылыҡтар

Роспотребнадзор ковид сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарҙы

Роспотребнадзор ковид сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарҙы
Роспотребнадзор ковид сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарҙы

Роспотребнадзор 2020 йылдың мартында пандемия башланыуға бәйле индерелгән «ковид» сикләүҙәрен ғәмәлдән сығарыу тураһында белдерҙе.  Был хаҡта мәғлүмәт ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

Атап әйткәндә, бынан алда индерелгән сикләүҙәр, шул иҫәптән битлек режимы, төнгө ваҡытта йәмәғәт туҡланыуы предпритиеларының эшен тыйыу һәм башҡалар бөтөрөлә. Сәбәбе — сир йоҡтороу осраҡтарының кәмеүе. Ләкин хәл ҡатмарлашһа, ведомство йәнә сикләүҙәр индерергә мөмкин.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, июнь башында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек кейеүҙе ғәмәлдән сығарған указға ҡул ҡуйғайны.

Автор:"Башинформ"
Читайте нас в