Бөтә яңылыҡтар

Маҡсатлы эшкә тотонорға ниәтең бармы? Грант ал!

Башҡортостан Республикаһының Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды Башҡортостан Республикаһының гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашыусы һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырыусы дәүләткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын биреүгә конкурс иғлан итә.

Маҡсатлы эшкә тотонорға ниәтең бармы? Грант ал!
Маҡсатлы эшкә тотонорға ниәтең бармы? Грант ал!

Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсына ғаризалар ҡабул ителә башланы. 

 
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар 2022 йылдың 1 июненән 30 июненә тиклем урындағы ваҡыт менән 17.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Конкурстың дөйөм бюджеты 101,5 миллион һум тәшкил итә.

Бер проектҡа гранттың максималь күләме өс миллион һумдан артмаҫҡа тейеш

Конкурсҡа Башҡортостан Республикаһы территорияһында тормошҡа ашырылған, түбәндәге йүнәлештәр буйынса эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тотҡан, хөкүмәткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың проекттары тәҡдим ителә ала:

  • граждандарҙың айырым категорияларын социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм яҡлау;
  • ғаиләгә, әсәлеккә, атайлыҡҡа һәм балалыҡҡа булышлыҡ итеү;
  • республика мәҙәниәтен, сәнғәтен, тарихи хәтерен һаҡлау;
  • граждандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау, гражданлыҡ йәмғиәте институттарына булышлыҡ итеү;
  • һаулыҡ һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен, физик культураны һәм спортты пропагандалау;
  • фән, мәғариф һәм аң-белем таратыу;
  • тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, уңайлы йәшәү мөхите булдырыу, хайуандарҙы яҡлау;
  • милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡты нығытыу.

Конкурста ҡатнашыу өсөн хөкүмәткә, коммерцияға ҡарамаған ойошма конкурстың рәсми сайтында заявка тултыра: https://грантыглавы102.рф/.

Конкурстың положениеһы менән проекттарҙың йүнәлештәре һәм тематикаһы, конкурста ҡатнашыусыларға талаптар, грант биреү шарттары һәм тәртибе тураһында тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта “Документтар” бүлегендә танышырға мөмкин.

Белешмәләр өсөн телефон:

7 903 311 69 37 (проекттарҙы тормошҡа ашырыу бүлеге),

7 967 453 92 72 (финанс бүлеге),

7 967 453 9259 (белем биреү программалары, анализ һәм планлаштырыу бүлеге).

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Автор:"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас в