

– Ставкаларҙың күтәрелеүендә бер ниндәй ҙә хәүеф күрмәйем. Быны сит илдәрҙең санкцияһына эләккән Рәсәй банктары финанс һәм хаҡтарҙың тотороҡлоғон һаҡлау, граждандарҙың һаҡлыҡта ятҡан аҡсаларының арзанайыуына юл ҡуймау өсөн эшләне, – тине Азат Йәнгиров Башҡортостан юлдаш телевидениеһына биргән интервьюһында. – Ил эсендә ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү буйынса ла проблемалар көтөлмәй. Үҙебеҙҙең “МИР” карталары бар. Шуға күрә вкладтарҙы ҡулаҡсаға әйләндереүҙең дә мәғәнәһе юҡ”.
Рәсәйҙең SWIFT системаһынан сығыуы тураһында мәғлүмәткә лә үҙ фекерен белдерҙе ул.
– Был система аша Рәсәй Европа менән лизингка алынған тауарҙар өсөн иҫәпләшә. SWIFT-ан сығыу башлыса Европаға ҙур хәүеф менән янай. АҠШ-тың санкциялары арҡаһында көнбайыш күберәк аҡсаһын юғалтасаҡ. Европа илдәре, Америка ҡотҡоһона бирелеп, үҙҙәренә лә ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Ә санкцияларҙың оҙайлығы килешеүҙәргә бәйле. Мәҫәлән, газ хаҡын алғанда ғына, уның 1 кубометры 2 мең долларға яҡынайып бара. Инфляция тәү сиратта Европаға нығыраҡ кире йоғонто яһаясаҡ, – тине эксперт.
Азат Йәнгиров әйтеүенсә, Башҡортостан коронавирус пандемияһы ваҡытында ҙур сынығыу алды. 2020–2021 йылдарҙа республиканың етештереү индексы 107,5 һәм 115 процент тәшкил итте. Был Рәсәй күләмендә ҙур күрһәткес. Санкция шарттарында ауыл хужалығына яңы мөмкинлектәр асыласаҡ, үҙебеҙҙең етештереүселәргә иғтибар артасаҡ. Артта ҡалған йәки бөтөнләй булмаған юғары технологиялы йүнәлештәрҙе һәм тармаҡтарҙы үҫтереү мөмкинлеген алырбыҙ, тигән өмөт бар. Башҡортостанда ғына ауыл хужалығы кооперативтарына 173 млн. һум дәүләт ярҙамы күрһәтеү ҡаралған. Шуға аҙыҡ-түлек запасына илдә ҡытлыҡ булыуы көтөлмәй. Социаль селтәрҙәрҙәге теләһә ниндәй ялған хәбәрҙәргә ышанмаҫҡа, тик рәсми мәғлүмәттәргә таянырға саҡырҙы иҡтисад фәндәре буйынса ғалим.
Фото: видеояҙманан скриншот.