Актуаль мәсьәлә
25 Февраля 2022, 12:05

Автомобилселәрҙе Өфөләге аркалы күперҙең ябылыуы тураһында иҫкәрттеләр

25 февралдә Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күперҙә юл хәрәкәте ябылыуы хаҡында мәғлүмәт стендтары ҡуйылды.

Автомобилселәрҙе Өфөләге аркалы күперҙең ябылыуы тураһында иҫкәрттеләрАвтомобилселәрҙе Өфөләге аркалы күперҙең ябылыуы тураһында иҫкәрттеләр
Автомобилселәрҙе Өфөләге аркалы күперҙең ябылыуы тураһында иҫкәрттеләр

Был объектты реконструкциялау менән бәйле эшләнгән, төҙөкләндереү 1 мартта уҡ башланасаҡ. Баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн иҫкәртеү күперҙең ике яғында ла урынлаштырылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле ремонт эштәре 2024 йылға тиклем дауам итә. Белгестәр таяуҙарҙы нығытырға һәм аралыҡ төҙөлөштәрен тулыһынса алмаштырырға ниәтләй. Аркалы күперҙе ябыу ваҡытында хәрәкәттең нисек ойоштороласағы тураһында «Башинформ» лонгридында уҡығыҙ.

Фото: Валерий Шахов, «Башинформ».

Автор:"Башинформ"
Читайте нас