Бөтә яңылыҡтар
Актуаль мәсьәлә
17 Ғинуар 2022, 14:06

Республикала күмәк сараларҙы ойоштороу һуңыраҡ ваҡытҡа күсерелә

Башҡортостанда коронавирустың таралыуына юл ҡуймауға йүнәлтелгән барлыҡ сикләү саралары һаҡлана, тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.

Бынан тыш, республика кимәлендә фестивалдәр, смотрҙар, шулай уҡ күп кеше ҡатнашҡан физкультура сараларын үткәреүҙе һуңыраҡ ваҡытҡа күсерергә ҡарар ителде. Бөгөндән хеҙмәт коллективтары йыйылыштарын, муниципалитеттарҙа кәңәшмәләр уҙғарыу тыйыла. Хәҙер бөтә кәңәшмәләр ҙә онлайн үткәрелә башлай, тип билдәләне Радий Хәбиров дүшәмбе республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә.

«Күмәк сараларҙы уҙғарыу, ағымдағы хәлгә ҡарап, бер айға, ай ярымға кисектерелә. Муниципалитеттар кәңәшмәләрҙе онлайн үткәрергә, бергә йыйылмаҫҡа тейеш, һәммәбеҙ ҙә онлайн эшләйбеҙ. Юғиһә идара итеү аппаратын юғалтыуыбыҙ мөмкин», — тип өҫтәне ул.

Яҡын арала «ковидҡа ҡаршы» указға тейешле үҙгәрештәр индерелергә тейеш.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-01-17/v-bashkirii-perenositsya-provedenie-vseh-massovyh-meropriyatiy-2656771

Автор:Галина Бахшиева
Автор:"Башинформ"
Читайте нас: